"Өфө" халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Рәмил Тимерғазинға терминалдағы эште тейешенсә ойоштора алмағаны өсөн эштән бушатыу ихтималлығы янай, тип гәзит битендә яҙып сыҡҡайныҡ инде. 30 августа йәмғиәттә шау-шыу тыуҙырған мәсьәләгә нөктә ҡуйылды: директорҙар советы ҡарары менән етәксе эшенән бушатылды.
Билдәле булыуынса, быға инвалид бала менән Мәскәү дауаханаһынан ҡайтып барған Светлана Мостафинаға “Өфө” аэропортында тейешле хеҙмәт күрһәтелмәүе сәбәпсе булды: битарафлыҡтан зыян күргән ҡатын республика етәксеһенә, аэропортта насар хеҙмәтләндереү хаҡында мөрәжәғәт итеп, сара күреүен үтенгәйне.
"Өфө" аэропортының генераль директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Иван Тихонов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Рәмил Тимерғазиндың етештереү комплексы буйынса урынбаҫары булған.
Г. САЛАУАТОВА.