Өфө менән Ҡазан тәжрибә уртаҡлаша30.08.2012
Өфө менән Ҡазан араһында туғанлыҡ һәм партнерлыҡ бәйләнештәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың “Берләшкән ҡала һәм урындағы власть” Бөтә донъя ойошмаһының Евразия төбәк бүлексәһе генераль секретары Рәсих Сәғитов менән осрашыуы барышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Рәсих Сәғитов әйтеүенсә, Өфө менән Ҡазанды айырым мөнәсәбәттәр бәйләй, ике ҡала араһындағы килешеү ҙә махсус, бай йөкмәткеле, донъяла, шулай уҡ илдә барған заманса ваҡиғаларға яуап бирергә тейеш.
— Ҡазан менән Өфө — яҡын, туғандаш ҡалалар. Уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа, уртаҡлашыр тәжрибә лә бар, — тине Рәсих Сәғитов.
Республикаға килгән ҡунаҡ Өфөлә лә, Ҡазанда ла уңышлы тормошҡа ашырырлыҡ эштәргә аныҡ миҫалдар килтерҙе. Баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспектынан үткәндә, ул юл айырсаһына иғтибар итте. Быны Рәсих Сәғитов юл хәрәкәтен ойоштороуҙа көсөргәнешлелекте бөтөрөү йәһәтенән “уйланылған” ҡарар тип атаны.
Ирек Ялалов, Өфө Ҡазан менән киң хеҙмәттәшлеккә әҙер, тип билдәләне. Татарстандың баш ҡалаһы, Өфө кеүек үк, тиҙҙән халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәреү майҙансығына әүереләсәк.
— Башҡортостандың баш ҡалаһында иҫтәлекле саралар көтөлә. Улар иҫәбенә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты, йәштәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты, VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары инә. Ә 2015 йылда беҙҙә Шанхай халыҡ-ара ойошмаһы менән БРИКС саммиттары үтәсәк, — тине Ирек Ялалов.
Артабан Өфө башлығы менән Ҡазандан килгән ҡунаҡ хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәрен тикшерҙе.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад