Депутат ҡабул итә30.08.2012
Йәйге ялдан һуң Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙы ҡабул итә башланы. Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡ менән Иршат Фәхретдинов осрашты.
Билдәле булыуынса, ул — запастағы полковник, Афғанстан, Чечня, Абхазиялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Шуға күрә уға йыш ҡына төрлө һуғыштарҙа ҡатнашыусылар һәм һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләре мөрәжәғәт итә. Был юлы ла бар ине ундайҙар: Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ир торлаҡҡа сертификат юллай, ә һуғышта ирен юғалтҡан ҡатын льготалар хаҡында белеште.
Барлығы туғыҙ кешене ҡабул итте депутат. Халыҡты торлаҡ төҙөүгә ер участкаһы, фатир алыу һәм башҡа проблемалар борсой. Иршат Фәхретдинов уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңланы, ҡайһы берҙәренә телдән яуап бирҙе, икенселәренә депутат запростары ебәреләсәк.
“Башҡортостан Республикаһының бөтөн стилдәрҙәге Тэквон-До федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәғит Латипов депутатҡа рәхмәт әйтергә килгән.
— Иршат Фәхретдинов — Федерация ҡарамағындағы ғилми-консультатив совет етәксеһе, йәштәрҙә патриотик рух, өлкән быуынға ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүҙә ихлас ҡатнаша, — тине ул.
Әйткәндәй, хәҙер граждандарҙың мөрәжәғәтен министрлыҡтар, ведомстволар һәм башҡа ойошмалар закон буйынса 15 көн эсендә ҡарарға тейеш.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад