Журналистиканың киләсәге бар29.08.2012
Өфөлә журналистар өсөн “Һөнәри союзды нығытыу: Рәсәй һәм Европа тәжрибәһе” тигән ике көнлөк семинар үтте. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй Журналистар союзы секретарҙары Надежда Ажгихина, Лариса Шамикова, Леонид Речицкий һәм Хорватия журналистар профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Беркович килде.
Дүшәмбе “Ирәмәл” ҡунаҡханаһының матбуғат конференциялары залында Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендә союз вәкилдәре, республикалағы киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Семинарҙа Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов ҡатнашты.
Надежда Ажгихина билдәләүенсә, был осрашыу Халыҡ-ара журналистар федерацияһы менән Рәсәй Журналистар союзының уртаҡ эш этаптарының береһе булып тора. Киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәрен социаль һәм хоҡуҡи яҡлау йәһәтенән һөнәри союзды нығытыу темаһы, һөнәри оҫталыҡ мәсьәләләре, кеше эшмәкәрлегенең мөһим өлкәһе булараҡ журналистикаға яңы технологияларҙың йоғонтоһо бөтә Европа илдәре өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Лариса Шамикова, киләһе йыл Рәсәй Журналистар союзының Х съезы үтәсәк, уға әҙерлек башланды, тип хәбәр итте. Уның фекеренсә, Башҡортостан Журналистар союзы — илдә иң ҙур һәм абруйлы союздарҙың береһе, уның эшмәкәрлеге Рәсәй кимәлендә лә ыңғай яҡтан телгә алына. Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ союздың бай йөкмәткеле һәм күп йүнәлешле сайтына ла юғары баһа бирҙе.
— Мәскәүҙән айырмалы, төбәктәрҙә ысын журналистика менән шөғөлләнәләр, тип уйлайым. Урындағы гәзиттәргә нығыраҡ ышаналар, улар үҙҙәренең уҡыусылар даирәһен һаҡлап ҡалды, — тине Лариса Шамикова. — Әлбиттә, бөгөн һәр баҫманың үҙ ҡыйынлыҡтары бар.
Леонид Речицкий, журналистарҙың мәнфәғәтен яҡлау өсөн профсоюздарға берләшеү хәҙер бик мөһим, урындағы киң мәғлүмәт сараларына ошо хаҡта етди уйланырға кәрәк, тигән фекер белдерҙе. Хорватиянан килгән ҡунаҡ та ошоно хупланы.
— Профсоюздар журналистарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡларға булышлыҡ итә, тап ошо хоҡуҡтарҙы яҡламай тороп һүҙ азатлығының да, журналистика азатлығының да булыуы мөмкин түгел, — тине Маринка Болковач-Беркович.
Ҡунаҡтарҙың ҡыҫҡа сығыштарынан һуң Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары менән таныштырыу башланды. Көнүҙәк мәсьәләләргә, һөнәри союздарҙың тәжрибәһенә айырым иғтибар бирелде. Һөйләшеүҙә баҫма киң мәғлүмәт сараларының тиражы кәмеүе, өлкәнән кадрҙарҙың китеүе, журналист һөнәре абруйының төшөүе, күпселек баҫмаларҙағы түбән эш хаҡы кеүек темалар күтәрелде.
Көндөң икенсе яртыһында журналистикалағы мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү “Башинформ” агентлығында дауам итте. Осрашыуға Лариса Шамикова килде. Ул хәҙерге шарттарҙа баҫма киң мәғлүмәт сараларының яҙмышы тураһында һөйләне.
— Хәл, беҙ уйлағанса, насар түгел. Төбәк журналдары төрлө юҫыҡта үҙе хаҡында ныҡлы белдерә. Улар фекер йөрөтә алған, аҡыллы, үҫешкән аудиторияға иҫәпләнә. Тимәк, Рәсәй журналистикаһының киләсәге бар, — тине Мәскәү ҡунағы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад