Башҡортостан Президенты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Владимир Путиндың Халыҡ штабы ағзаларына Рәсәй Президентын һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ил башлығынан рәхмәт хаттарын Владимир Путиндың Башҡортостандағы Халыҡ штабы етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтахов, партия рәйесенең төбәк йәмәғәтселеген ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин, шулай уҡ президентлыҡҡа кандидаттың Башҡортостандағы ышаныслы кешеләре Надежда Крылова менән Рәшиҙә Солтанова алды.
— Минеңсә, Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау юғары кимәлдә үтте. Республикала һайлауға килеүселәрҙең 75,3 проценты Владимир Путин өсөн тауыш бирҙе. Һайлау штабы яҡшы эшләне. Уның ағзаларына ла һайлау штабы етәксеһе Станислав Говорухин ҡул ҡуйған рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ. Беҙҙе лә онотмағандары өсөн шатбыҙ. Әлбиттә, беҙ рәхмәт хаттары алыу өсөн генә эшләмәнек, ә тәү сиратта кешеләргә файҙа килтерергә тырыштыҡ, — тине Альберт Мифтахов.
Партия рәйесенең төбәк йәмәғәтселеген ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин өсөн рәхмәт хаты көтөлмәгән хәл булды.
— Владимир Путиндан ошондай хат алыуыма бик шатмын. Минеңсә, бөгөн Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙән ситтә ҡалырға ярамай. Һәр кешенең гражданлыҡ фекере аныҡ сағылырға тейеш. Әлеге вазифалағы эшмәкәрлегем осоронда мин үҙ ҡарашымды асыҡтан-асыҡ белдерҙем, һайлау тейешле кимәлдә, ғәҙел үтһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнем. Хеҙмәтебеҙ тейешле баһа алыуына ҡыуанам. “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе үҙ эшен артабан да дауам итәсәк, халыҡҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк, — тине Раил Әсәҙуллин.
Ғ. ХӘБИРОВ.