Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Баймаҡ ҡалаһы һәм районында булды. Унда республика етәксеһе “Башҡортостан деликатестары” йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Быйыл ғына асылған предприятие төҙөлөшөнә инвесторҙар 140 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Әле ул 80 төрлө ит ризығы сығара. Рөстәм Хәмитов етештереү технологияһы менән танышты, продукция һатыу менән ҡыҙыҡһынды. Йәмғиәттә әйтеүҙәренсә, ит ризыҡтары Өфө, Магнитогорск, Силәбе, Учалы, Сибай ҡалаларына, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына ебәрелә.
Ҡалала Башҡортостан Президенты шулай уҡ Баймаҡ ҡойоу-механика заводында булды. Бында ул яңы ҡорос ҡойоу цехын ҡарап сыҡты. Тиҙҙән заводта 110 миллион һумлыҡ проект тормошҡа ашырыласаҡ. Киләһе йыл ғәмәлгә индерелгәндән һуң яңы линияның ҡеүәте айына 170 тонна тәшкил итәсәк. Предприятие етәкселеге яңы производство асыу — тимер юл транспорты өсөн деталдәр ҡойоу хаҡында хәбәр итте. Был ҡиммәтле проекттың киләсәге ҙур. Рөстәм Хәмитов мәсьәләне тикшереп, уны хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
Башҡортостан Президенты Баймаҡтың үҙәгендә урынлашҡан быуаға бәйле мәсьәлә менән дә танышты. Элекке баҡыр иретеү заводының быуаһын ләм баҫҡан. Урындағылар уны таҙартып, ял үҙәге асырға ниәтләй. Республика етәксеһе был тәҡдимде хупланы.
Ҡуянтау ауылында Башҡортостан етәксеһе “Баймаҡ” берекмәһенең ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Ойошма бөлгөнлөк алдында тора. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — үҫемлекселек, малсылыҡ һәм элиталы орлоҡсолоҡ. Предприятие хеҙмәткәрҙәре, хәлде яҡшыртыу мөмкинлеге бар, әммә бының өсөн милек формаһын үҙгәртергә кәрәк, тине. “Баймаҡ” берекмәһенең ойоштороусыһы — Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты. Рөстәм Хәмитов предприятиены һәм уның хеҙмәт традицияларын һаҡлап ҡалыу зарурлығын билдәләне.
— Милектең хужаһын асыҡларға, етештереү объекттарын һатып алыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк. Предприятие республиканыҡы булырға тейеш, — тине ул.
Ошо уҡ ауылда Башҡортостан Президенты ҡаҙанлыҡ ҡорамалдарын йүнәтеү эштәре башҡарылған ике ҡатлы йорттарҙың береһендә булды. Әле 11 йорттоң фатирҙарында шәхси йылытыу ҡорамалдары ҡуйылған. Һөҙөмтәлә торлаҡ шарттары һиҙелерлек яҡшырған.
Артабан республика етәксеһе 108 уҡыусыға иҫәпләнгән Ҡуянтау урта мәктәбе төҙөлөшө менән танышты. Ошоғаса мәғариф учреждениеһы авария хәлендә тип танылған. Әле иҫке мәктәп урынында ике ҡатлы яңы бина төҙөлгән. Уға республика ҡаҙнаһынан 52 миллион һум аҡса бүленгән. Мәктәптә 13 уҡыу класы, туҡланыу, медицина бүлмәләре, музыка һәм физкультура залдары бар.
Ниғәмәт ауылында Рөстәм Хәмитов төҙөкләндереүҙән һуң күптән түгел генә ишеген асҡан ауыл мәҙәниәт йорто менән танышты.
Л. ДӘҮЛИЕВА.