Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә “Төбәкте һыу менән тәьмин итеү системаһы. Яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү тәжрибәһе” төбәк-ара конференцияһы үткәрелә. Әлеге сара “Таҙа һыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында республикабыҙ менән Мәскәү ҡалаһы араһында ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙә сағылыш тапҡайны.
Конференция эшендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексы, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Рәсәйҙең егерменән ашыу субъекты, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең һыу менән тәьмин итеү ойошмалары етәкселәре ҡатнаша. Уның төп маҡсаты — етәкселәрҙе һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу программаһын ҡабул итеүгә әҙерләү. Улар һыу бүлеүҙә полимер торбаларға күсеү буйынса уңышлы ҡарарҙар, эсәр һыуҙы таҙартыу буйынса хеҙмәт күрһәтеүселәр менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Конференцияны ойоштороусыларҙың фекеренсә, төбәк вәкилдәре проекттарға идара итеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыу, һыу менән тәьмин итеү һәм уны таҙартыу өлкәһендә үҙебеҙҙең һәм халыҡ-ара проекттарҙы ҡараясаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.