Ҡотлайбыҙ!28.08.2012
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән
“Витязь” машина эшләү компанияһы хеҙмәткәрҙәре:
токарь Бушин Алексей Николаевичҡа, фрезеровщик Гаврилов Евгений Валентиновичҡа, баш конструктор Ильин Александр Ивановичҡа, баш конструктор урынбаҫары Микалуцкий Владимир Кузьмичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”,
“Уралмостострой” йәмғиәте филиалының 30-сы күпер төҙөү отряды хеҙмәткәрҙәре:
кран машинисы Кәримов Илдар Иҫәнғәли улына, кадрҙар һәм көнкүреш буйынса начальник урынбаҫары Кириллов Станислав Георгиевичҡа, хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы Синягин Валерий Васильевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, “Уралмостострой” йәмғиәтенең 30-сы күпер төҙөү отряды водителе Иванов Михаил Петровичҡа, “Янғантау” шифаханаһы тракторсыһы Күсәев Илдус Нуретдин улына, “Янғантау” шифаханаһы водителе Хәбибуллин Илгиз Иҙрис улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре”, “Янғантау” шифаханаһы ашнаҡсыһы Рьянова Зәлиә Миңләхмәт ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре”,
“Уралтранснефтепродукт” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре:
баш инженер Кевлер Александр Анатольевичҡа, “Собханғол” станцияһы операторы Погожева Зөлфирә Әхәт ҡыҙына, Өфө етештереү бүлексәһе тауар-транспорт бүлегенең өлкән диспетчеры Рамаҙанов Фәнил Вәли улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”, “Янғантау” шифаханаһының ҡаҙанлыҡ операторы Баглаев Анатолий Степановичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре”, “Аҡбуҙат” ипподромының баш ветеринария врачы Килдеғошов Хәлис Миңләхәт улына, Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының Баймаҡ районы һәм ҡалаһының баш дәүләт ветеринария инспекторы Килмөхәмәтов Закир Фәтих улына, Ҡырмыҫҡалы районы ветеринария станцияһының Константиновка ветеринария пункты мөдире Козлов Виталий Кимовичҡа, Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһының Талалаевка ветеринария пункты мөдире Никитин Павел Николаевичҡа, Хәйбулла районы ветеринария станцияһының ветеринария участкаһы мөдире Собханғолова Фатима Рәүеф ҡыҙына, Ишембай районы һәм ҡалаһы ветеринария станцияһы начальнигы Туҡаев Әнүәр Дәминдәр улына, Саҡмағош районы ветеринария станцияһы начальнигы Ямалиев Радмир Фәнил улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад