Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала мәғлүмәт технологиялары индустрияһын үҫтереү өлкәһендә тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эш төркөмөн ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, эш төркөмөнә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дәүләт-шәхси партнерлығы нигеҙендә Мәғлүмәт технологиялары индустрияһына булышлыҡ итеү фондын ойоштороу, уның үҫеш концепцияһын эшләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, эш планын төҙөү һәм раҫлау бурысы ҡуйылды.
Бойороҡтоң үтәлешенә контроль республика Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.