Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмө башлығы Питер Кайндл республикала ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдары етештереү буйынса ҙур предприятие төҙөү тураһындағы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Яңы производство Өфө районында урынлашасаҡ һәм 2014 йылда продукция сығара башлаясаҡ.
— Башҡортостан Республикаһы был проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҙ иңенә етди йөкләмәләр ала. Беҙ завод төҙөләсәк майҙансыҡты инфраструктура менән тәьмин итәсәкбеҙ. Проект ҙур әһәмиәткә эйә. Күп йылдар дауамында республика сеймал сығанағы булды. Бөгөн Башҡортостанда ағас эшкәртеү менән бәйле яңы дәүер башлана. Ваҡыт бик тығыҙ, йыл ярымдан яңы предприятие эш башларға тейеш. Республика үҙ иңенә алған йөкләмәләрҙең барыһын да үтәйәсәк, тип ышандыра алам, — тине Рөстәм Хәмитов килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан.
— Башҡортостан ошо проектты тормошҡа ашырыуға ҙур тырышлыҡ һала. Ул республикала ағас эшкәртеү, ағас әҙерләү өлкәһендәге эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереүгө яҡшы этәргес буласаҡ. Һөҙөмтәлә бик күп эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Беҙ тулыһынса төбәктәге сеймалды һәм эшсе көстө файҙаланасаҡбыҙ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип билдәләне Питер Кайндл.
Kronospan компанияһы етәкселеге яңы производство өсөн инвестиция майҙансығы рәүешендә Рәсәйҙәге бер нисә төбәкте ҡараған. Беҙҙең республика һалым льготалары, шулай уҡ аныҡ ярҙам күҙлегенән иң яҡшы шарттарҙы тәҡдим иткән. Атап әйткәндә, предприятие нигеҙендә ағасты тәрән эшкәртеү буйынса индустриаль парк ойоштороу күҙаллана. Бының өсөн Өфө районында бер мең гектарға яҡын ер бүленә.
А. ХӘЛИЛОВ.