18 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районына эш сәфәре барышында “Алексеевка” совхозында булды. Унда республика етәксеһе йәшелсә үҫтереү һәм һөт ризыҡтары етештереү технологияһы менән танышты, ике мең баш малға иҫәпләнгән комплексты, хеҙмәткәрҙәр өсөн профилакторийҙы ҡарап сыҡты.
Совхозда 17-нән ашыу йәшелсә төрө — ҡыяр, помидор, бәшмәк, редис, борос, баклажан һәм башҡа емеш-еләк үҫтерәләр. Предприятие йыл һайын ябыҡ бинала 14 мең тоннанан ашыу, асыҡ һауала 9 меңдән ашыу йәшелсә һәм картуф, 8,5 мең тонна иген, 20 мең тоннаға яҡын мал аҙығы, 7 мең тонна һөт етештерә. Совхозда иген таҙартыу комплексы, тәүлегенә 48 тонна етештереү һәләтенә эйә булған ҡатнаш аҙыҡ заводы, тирмән, иген һаҡлағыс бар.
Предприятиеның үҙ цехында 15 төрлө һөт ризығы сығарыла. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 3306 тонна һөт етештерелгән.
Совхозда 1,3 мең хеҙмәткәр эшләй, уртаса эш хаҡы 18 мең һум тәшкил итә.
Рөстәм Хәмитов хужалыҡтағы агротехнологияларҙы юғары баһаланы һәм киләсәктә етештереүҙе киңәйтеү бурысын ҡуйҙы. Бының өсөн совхозға өҫтәмә ер бүлеү мәсьәләһен ҡарау күҙаллана.
Л. ДӘҮЛИЕВА.