“Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең “Йәш гвардия”сылары башланғысы менән ойошторолған “Мин — граждан” йәштәр форумын үткәреү республикала матур йолаға әүерелде. Быйыл ул тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округы кимәлендә уҙғарыла. Унда республиканан, сит өлкәләрҙән йыйылған биш йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Улар Бәләбәй районының “Аҡсарлаҡ” балаларҙы һауыҡтырыу лагерында 27 авгусҡа тиклем буласаҡ. Көн һайын йәштәр төрлө сәйәси йүнәлештәр буйынса лекциялар тыңлаясаҡ: билдәле сәйәсмәндәр, идарасылар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаясаҡ. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар йәшәү шарттарын, сифатын яҡшыртыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк, тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Бынан тыш, йәш кандидаттарҙы муниципаль һайлауға әҙерләү, лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, командала эш итергә өйрәнеү кеүек ғәмәлдәргә өйрәтәсәктәр.
Л. ҒАФАРОВА.