Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Байрам күп быуатлыҡ ислам мәҙәниәтенең иң яҡшы йолаларын сағылдыра, кешенең әхлаҡи йәһәттән камиллашыуын, яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә һәм мохтаждарҙың хәленә инергә ынтылышын кәүҙәләндерә. Рамаҙан дин тотоусыларҙы әхләҡи яҡтан үҫешкә этәрҙе, изгелеккә, миһырбанлыҡҡа өйрәтте.
Дингә тигеҙ ҡараш булдырыу Башҡортостандың мөһим рухи байлығы булып тора. Был беҙҙең көндәрҙә дин тотоусыларҙың берҙәмлеген, мәҙәни-ара бәйләнештәрҙе һәм йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуға булышлыҡ итә. Исламдың үҙенсәлекле рухи-мәҙәни ҡеүәте киләсәктә лә конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡҡа, тыуған республикабыҙҙың сәскә атыуына ярҙам итеренә ышанам.
Изге Ураҙа байрамы йорттарыбыҙға шатлыҡ һәм именлек алып килһен, ә ғаилә усағының йылыһы күңелдәребеҙҙә өмөт һәм һөйөү уятһын.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. ХӘМИТОВ.
* * *
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы айҡанлы Рәсәй мосолмандарының үҙәк Диниә назараты рәйесе Юғары мөфтөй Шәйех-әл-Ислам Тәлғәт Тажетдинға ҡотлау ебәрҙе.
Унда былай тиелә:
“Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ынтылышты сағылдыра. Ул быуындарҙың әхләҡи күсәгилешлеген, исламдың күп быуатлыҡ рухи ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуға, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген һәм хеҙмәттәшлеген нығытыуға булышлыҡ итә.
Илебеҙҙең башҡа традицион конфессиялары менән бер рәттән ислам дине артабан да юғары рухи һәм ижади принциптарына нигеҙләнгән граждандар йәмғиәте формалаштырыуға лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!”