"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы Президиумының ултырышы үтте, көн тәртибендә бер нисә мәсьәлә ҡаралды. Сарала Төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Ултырышта партияның йәмәғәтселек араһында киң танылған уртаҡ йүнәлешле проекттарын ҡулайлаштырыу йәһәтенән уларҙы берләштереү тәҡдиме тикшерелде. Президиум ағзалары ҡарары менән бынан һуң дүрт проектты "Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау" тип аталған дөйөм исем берләштерәсәк, уға етәксе итеп Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Родина тәғәйенләнде. Быға тиклем халыҡ араһында киң танылыу алған "Халыҡ контроле" проектын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшләгән Елена Александровна ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы төбәк бүлексәһенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, тип билдәләне. Республика парламентының эш төркөмө менән хеҙмәттәшлек итеү иһә һөҙөмтәлелекте арттыра: һуңғы йылда төрлө сауҙа нөктәләренә, аптекаларға, баҙарҙарға тиҫтәләрсә рейд ойошторолған, аныҡ саралар күрелгән. Мәктәптә туҡланыу мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бүленә. Ғөмүмән, Елена Александровна әйтеүенсә, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау мәсьәләһендә урындарға сығып, туранан-тура халыҡ менән аралашыу проблеманы һәр яҡлап асырға һәм уны хәл итеүҙең һөҙөмтәле юлдарын эҙләргә ярҙам итә.
"Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау" партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Берҙәм Рәсәйҙең" төбәк бүлексәһе ошо йүнәлештә төрлө йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнештәрен нығыта. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда улар өс тиҫтәгә яҡын тип иҫәпләнһә лә, ысынбарлыҡта иһә һөҙөмтәле эшләүселәрҙең һаны өс тапҡырға кәмерәк. Ултырышта шундай ойошмаларҙың икәүһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Меркурий" һәм Өфөнән "Йәмәғәт күҙәтеүе" Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау йәмғиәттәре — менән "Берҙәм Рәсәй"ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Г. РӘСҮЛЕВА.