Бөлгөнлөк янамай16.08.2012
Республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары А.Васильев киләһе һәм 2015 йылғы осорға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешен фаразлау проектының ике вариантын бәйән итте.

Проекттарҙа инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен яҡшыртыуға, эшҡыуарлыҡтың конкурентлыҡҡа һәләтен һәм йоғонтололоғон күтәреүгә баҫым яһала. Республикала үҫеш темпы уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ булырға тейеш. Төбәктең үҫеш кимәленә өлгәшеүҙә төп ролде сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш тармаҡтары үтәйәсәк. Килем һәм хеҙмәт етештереүсәнлегенә иғтибар ҙур буласаҡ. Ваҡлап һатыу әйләнеше һәм түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү ҙә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Инфляция көсөргәнеше кәмеү, халыҡтың килем күләме, шулай уҡ хеҙмәт хаҡы артыу һөҙөмтәһендә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә түләү мөмкинлеге лә артасағы күҙ уңынан төшөрөлмәй.
Финанс министры Р.Хисмәтуллинаның сығышы республиканың бюджет һәм һалым сәйәсәтенә арналды. Ул төбәктең социаль һәм иҡтисади тотороҡлолоғон һаҡлау буйынса алған йүнәлеште дауам итеүгә ҡоролған, тип билдәләнде.
Рөстәм Хәмитов республиканың идара итеү аппаратын ҡулайлаштырыу мәсьәләһенә туҡталды. Социаль-иҡтисади хәл-торошҡа баһа биреп: “Республика бөгөн банктар алдында үҙенең ышаныслы кредитор булыуын аҡланы. Күп кенә төбәктәр, алған кредиттарын түләй алмай, хәүефле хәлдә ҡалды. Көрсөк булған хәлдә, улар банкротҡа сығасаҡ. Беҙгә был янамай”, — тине.
Р. МӘХИЙӘНОВА.


Вернуться назад