Архангелдә — яңы хакимиәт башлығы16.08.2012
15 августа Архангел район Советы ултырышында Александр Анатольевич Комзаловты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү хаҡында ҡарар ҡабул ителде.

Александр Комзалов 1964 йылдың 28 сентябрендә Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылында тыуған. Юғары белемле, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда “Ҡыҙыл Еҙем” колхозы механизаторы булып башлай. Өфө автотранспорт техникумын тамамлап, Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, 1987 — 1988 йылдарҙа Белорет АТП-һында контролер була. 1988 — 1993 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың райком инструкторы, “Ҡыҙыл Еҙем” колхозында механик. 1993 йылдан алып 1994 йылға тиклем — Орловка ауыл хакимиәте башлығы.
1994 — 2006 йылдарҙа — “Ҡыҙыл Еҙем” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе, 2006 — 2009 йылдарҙа “Спартак” йәмғиәте директоры вазифаһын башҡара. 2009 — 2011 йылдарҙа — “Башҡортостан” МТС-ының Ҡырмыҫҡалы бүлексәһе “Уңыш” йәмғиәтенең участка мөдире. 2011 йылдан әлеге көнгә тиклем Архангел районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй.
А.А. Комзалов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.


Вернуться назад