Яҡуттар беҙҙең менән ҡыҙыҡһына15.08.2012
Яҡуттар беҙҙең менән ҡыҙыҡһынаБашҡортостанға Саха (Яҡут) Республикаһының Хангаласский олоҫо (районы) вәкилдәре килде. Алты кешенән торған вәкиллекте район хакимиәте башлығы Юрий Зайцев етәкләй. Башҡортостан менән Саха (Яҡут) Республикаһын күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 2011 йылдың октябрендә ҡул ҡуйылған сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы ике республика араһындағы килешеү быға яңы этәргес бирҙе.

Иртәгәһенә ҡунаҡтар Өфө районының исеме илдә билдәле "Алексеевка" совхозына барҙы. Бында улар голланд технологияһы буйынса төҙөлгән заманса теплица менән танышты. Йыл әйләнәһенә йәшелсә үҫтереү, уны һеркәләндереү өсөн иңкеш үрсетеү Саха (Яҡут) вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡунаҡтар мең башҡа яҡын һыйыр малы аҫралған, бар яҡлап ялт итеп торған һөтсөлөк комплексы, һөт эшкәртеү цехы, бында етештерелгән ике тиҫтәнән ашыу продукция менән танышты.
– Әле сәфәребеҙ башланып ҡына тора, ә үҙебеҙ өсөн күп файҙалы нәмә алдыҡ. "Алексеевка" совхозы һәр яҡлап үҫешкән, бында фән һәм техника ҡаҙаныштарын киң ҡулланалар, төрлө өлкәлә тәжрибә алырға була, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Юрий Зайцев.
Яҡуттар Башҡортостанға килергә үҙҙәре теләк белдергән икән. Ауыл хужалығынан тыш, ҡунаҡтарҙы социаль, торлаҡ-коммуналь хужалығы, белем биреү, транспорт, мәҙәниәт өлкәләре лә ҡыҙыҡһындыра. Улар хужалыҡтың шифаханаһында, модель китапханала, медицина амбулаторияһында һәм балалар баҡсаһында ла булды.
Өс көнлөк сәфәр барышында Саха (Яҡут) вәкилдәре Стәрлетамаҡ районына ла барасаҡ. Унда "Стәрлетамаҡ Агротехсервис" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Рощинский” совхозы менән танышыу ҡаралған. Шулай уҡ социаль һәм дини учреждениеларҙа ла буласаҡтар.
Артабан ҡунаҡтарҙы Башҡортостан дәүләт аграр университетында, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан фәнни-тикшеренеү үҙәгендә ҡаршылаясаҡтар.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Вернуться назад