Депутат фатир бирә алмай шул...11.08.2012
Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко ошо көндәрҙә граждандарҙы ҡабул итте.

Сараға килгәндәрҙең береһе Октябрь проспектындағы 86/2-се йорт ихатаһында балалар өсөн уйын майҙансығы асыу үтенесен белдерҙе. Ҡабул итеүгә уны ошо йортта йәшәүселәр ебәргән. Ихаталағы элекке уйын майҙансығы иҫкергән, әүһәләктәр ҙә юҡ, ти ханым. Торлаҡ-файҙаланыу участкаһында был мәсьәләне хәл итергә йыйынмайҙар икән, шуға күрә йорт хужаларының бөтә өмөтө — ҡала депутаттарында. Әлегә тиклем дә уларҙан байтаҡ ярҙам күрелгән. Ихаталар, балалар майҙансыҡтары мәсьәләһен ҡала Советы депутаттары ғына түгел, бының өсөн яуаплы хеҙмәттәр ҙә хәл итергә тейеш, тигән фекерҙә йортта йәшәүселәр.
Ҡабул итеү сараһында шулай уҡ йәш таланттарға булышлыҡ итеү, Өфө биләмәһендә торлаҡ милекселәре ширҡәтен ойоштороу, уларҙың эшен көйләү, оло йәштәге яңғыҙ кешеләргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре лә күтәрелде.
Һорауҙарҙың күпселеге, ғәҙәттәгесә, торлаҡҡа ҡағылды. Йәшәү шарттарынан ҡәнәғәт булмаған кешеләр яңы фатир биреүҙе үтенде, ләкин ҡала Советында мохтаждарға ярҙам күрһәтеү өсөн торлаҡ фонды юҡ, фатир бүлеү буйынса вәкәләттәр ҙә ҡаралмаған.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад