9 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары советы ултырышын, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә быйыл 1 октябргә тиклем әҙерлек саралары планын эшләргә һәм раҫларға, шул иҫәптән саммиттарҙы үткәргәндә йәлеп ителәсәк инфраструктура объекттарын, биналарҙы, ҡоролмаларҙы һәм транспортты әҙерләү эшен ентекле планлаштырырға ҡушылды.
Сараны үткәреү буйынса Республика ойоштороу комитеты төҙөлдө. Уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселек итә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстанды берләштерә. Ул 1996 һәм 1997 йылдарҙа бер яҡтан Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй, Тажикстан һәм икенсе яҡтан Ҡытай араһында төҙөлгән Сик буйында хәрби өлкәләге ышанысты нығытыу тураһындағы һәм Сик буйында ҡораллы көстәрҙе үҙ-ара ҡыҫҡартыу хаҡындағы килешеүҙәргә ярашлы ойошторолған.
БРИКС — йылдам үҫеүсе биш илдән — Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африканан — торған төркөм. Ойошма Рәсәй Президенты В.В. Путиндың башланғысы менән 2006 йылда төҙөлгән.