Юрист кәңәштәре10.08.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Яңылары юҡ

— Ирем — Афғанстан һуғышы ветераны. Ул 2000 йылда вафат булып ҡалды. Әгәр яңылышмаһам, яңыраҡ яугир-интернационалистарға ҡағылышлы ниндәйҙер яңы бойороҡ сыҡҡан. Миңә уның буйынса компенсация тейешме? Районда был һорауға яуап бирә алмайҙар.
Мәүлиҙә,
Салауат районы.


— Моғайын, беҙҙең уҡыусыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 8 апрелендә сыҡҡан 308-се бойороҡто күҙ уңында тоталыр. Әммә был Өфөлә уларға ҡағылышлы комитет ойоштороуға бәйле. Унда компенсациялар тураһында һүҙ юҡ. Ветерандар, шул иҫәптән яугир-интернационалистар өсөн барлыҡ льготалар ҙа “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 16-сы статьяһында билдәләнгән. Улар иҫәбендә һеҙҙең өсөн коммуналь хеҙмәтләндереүгә льготалар ҙа ҡаралған. Үкенескә ҡаршы, әлегә яңылары юҡ.

Телефон алғайным...


— Салонда телефон һатып алдым. Бер йылға гарантияһы бар. Дүрт ай үтеү менән ул боҙолдо. Барлыҡ документтар менән салонға барғайным, уны ремонтлау өсөн телефон һалынған ҡатырға ҡапты һоранылар, уны ташлауымды ишеткәс, тауарҙы алыуҙан баш тарттылар. Имеш, ҡапһыҙ алырға ярамай. Был осраҡта ниндәй закон минең хоҡуҡтарымды яҡлай?
Марат,
Благовещен ҡалаһы.


— Ҡап тауарҙы сауҙа нөктәһенән файҙаланыу урынына күсереү өсөн тәғәйенләнгән. Һеҙ ҡапты, ғөмүмән, һаҡларға тейеш түгелһегеҙ, һәм һатыусы яғынан быға ҡағылышлы дәғүә урынһыҙ. Ҡаптар мәсьәләһенә ҡағылышлы осраҡта “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закондың 25-се статьяһында билдәләнгән тауарҙар ғына иҫәпкә алынмай, тик улар араһында электр-көнкүреш тауарҙары һәм гарантия ваҡыты билдәләнгән приборҙар юҡ.
Магазинда боҙолған тауарҙы ҡабул итергә теләмәүҙәре “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закондың 16-сы статьяһы 2-се пунктын һәм ошо уҡ Закондың 18-се статьяһы 5-се пунктын боҙоуға килтерә. Шуға күрә телефонығыҙҙы, һис шикһеҙ, ҡапһыҙ килеш тә алырға һәм уны йәки йүнәтергә, йә хаҡын кире ҡайтарырға тейештәр.
Әгәр кире ҡабул итеүҙән баш тартһалар, һатыусыға яҙма ғариза бирегеҙ һәм унда талаптарығыҙҙы күрһәтегеҙ. Был осраҡта ла алмаһа, унан яҙма баш тартыу алығыҙ һәм юрисҡа күрһәтегеҙ. Мотлаҡ ике дана ғариза яҙығыҙ, береһен һатыусыға бирегеҙ, икенсеһен һатыусының уны ҡабул итеп алыуы тураһындағы ҡултамғаһы менән үҙегеҙҙә һаҡлағыҙ.


Вернуться назад