Эш хаҡын күтәреү маҡсатында09.08.2012
Республика Хөкүмәтендә 2011—2015 йылдарҙа иҡтисадтың реаль секторында һәм бюджет өлкәһе ойошмаларында хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр уртаса айлыҡ эш хаҡы номиналь сағылышта — 12,3, ысынбарлыҡта — 3, быйыл ғинуар – май айҙарында ошоға ярашлы рәүештә 14,5 һәм 10,7 процентҡа артҡан. Бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ уртаса хеҙмәт хаҡы уҙған йылда — 18 процентҡа, быйылғы тәүге алты айҙа былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 19,6 процентҡа үҫкән. Иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса төп эшсе һөнәрҙәренең беренсе разрядына тап килгән тариф ставкалары (окладтары) күләме 1 ғинуарҙан — 1,1517, 1 июлдән 1,0675 тапҡырға күтәрелгән.
Ошоға бәйле Башҡортостанда минималь эш хаҡы тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Былтыр 1 ғинуарҙан республикала иң аҙ эш хаҡы күләме 5500 һум тип билдәләнгәйне. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткәрҙәрҙең социаль-хеҙмәт хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса алып барылған берлектәге эш ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, килешеүгә ҡушылыуҙан баш тартҡан ойошмалар 232-нән 26-ға ғына ҡалған.
Былтыр тикшерелгән 1686 ойошмала (10 %) эш хаҡы минималь күләмдән түбәнерәк түләнгән. 108 ойошманың етәксеһенә ҡарата прокурор саралары күрелгән. Быйылғы тәүге алты айҙа иһә ошо өлкәләге етешһеҙлектәр 7 процентҡа кәмегән. Киҫәтеү саралары 44 ойошма етәксеһенә ҡарата күрелгән. 27 ойошмала етешһеҙлектәр тикшереү барышында уҡ бөтөрөлгән.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад