Үҫеш юлдары өйрәнелде09.08.2012
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге электрохимия станоктары етештереүсе “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә предприятиеның үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Бында металл эшкәртеү буйынса заманса технологиялар файҙаланыла. Заводта сығарылған станоктар ярҙамында төрлө ныҡлыҡтағы ҡатнашмаларҙан деталдәр етештерергә мөмкин. Бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла бындай технологияға ихтыяж ҙур.
Әммә предприятиены йылдам үҫтереү буйынса ниәттәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Быйыл “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йөҙҙәрсә миллион һумлыҡ продукция сығарырға тейеш ине, асылда иһә етештереү күләме 140 миллион һумдан артмаясаҡ.
— “ЕСМ”-да ҡулланылған заманса һәм бик кәрәкле технология беҙгә машиналар эшләү продукцияһы баҙарына сығыу мөмкинлеген бирәсәк. Әммә предприятиела үҫеш йылдамлығы түбән, — тине Рөстәм Хәмитов.
Предприятиела туранан-тура һатыуға, шулай уҡ ошондай ҡорамалдар өсөн баҙарҙар ойоштороуға идара иткән юғары квалификациялы менеджменттың булмауы — киҫкен хәлдең төп сәбәбе, тип билдәләнде.
— Күрәһең, ҡорамал эшләүселәр яңы шарттарға күнегә алмай. Бурыстары — ҡорамал эшләү, технологиялар булдырыу, фән донъяһында уларҙы үҫтереү. Артабан эшкә һатыу менән шөғөлләнгән структуралар ҡушылырға тейеш, — тине Башҡортостан Президенты.
Ултырыш барышында үҫештең бер нисә йүнәлеше ҡаралды. Шуларҙың береһе предприятиеның акционерҙар капиталында Башҡортостан Республикаһының ҡатнашыуын күҙаллай. Был венчур һәм төбәк фондтарынан ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад