Халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы мөһим08.08.2012
Халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы мөһимБашҡортостан халыҡ хужалығының күп тармағы буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Нефть, нефть химияһы, машиналар эшләү, ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән беҙҙә ҙур мөмкинлектәр бар, инвесторҙар йәлеп итеү һөҙөмтәһендә хәҙерге көндә ошо йүнәлештәрҙә мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Ләкин ныҡлы үҙләштерелмәгән өлкәләр ҙә бар: электроника, программалаштырыу менән бәйле эшмәкәрлек.

Нәҡ ошо тармаҡты үҫтереү буйынса фекер алышырға килде Башҡортостан Президенты “Солитон” фәнни-тикшеренеү ойошмаһына.
Башта Рөстәм Хәмитов предприятиела етештерелгән, бығаса Рәсәйҙә тиңе булмаған заманса ҡорамал – мобиль элемтә үҙәге менән танышты. “Урал” машиналарына урынлаштырылған уникаль система төрлө урында тиҙ арала күп каналлы һанлы элемтә булдырыуҙы тәьмин итә. Ҡоролманың өҫтөнлөктәре бик күп. Хәҙер мобиль элемтә Халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы мөһимһынау үтергә тейеш.
– Сит ил ҡорамалына өҙлөкһөҙ өмөт итә алмайбыҙ, электроника баҙарын үҙебеҙҙә етештерелгән йыһаз менән яулап алырға тейешбеҙ. Һеҙгә килеүем дә ошоға бәйле, – тине республика етәксеһе ойошма хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа. – Бының өсөн беҙҙә нигеҙ бар, тик институттар, ғалимдар, белгестәр, коллективтар, шул иҫәптән һеҙҙең предприятие яғынан да яңы идеялар, проекттар кәрәк.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Хөкүмәттәге үҙгәрештәр менән дә ҡыҙыҡһынды. Бында аптырарлыҡ нәмә юҡ, тип билдәләне Президент һәм ни өсөн шундай аҙымға барыуын аңлатты.
Халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы мөһим– Башҡортостан Конституцияһында Хөкүмәтте Башҡортостан Президенты етәкләй, уның эшмәкәрлеген дә күҙәтә, тиелә. Конституцияла яҙылғанды мин указдар менән тергеҙҙем генә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Икенсенән, Хөкүмәттең эше ҡәнәғәтләндермәй. Өсөнсөнән, тиҙҙән республикала донъя әһәмиәтендәге саралар үтәсәк. Бының өсөн артыҡ сығымдарһыҙ ғына ил-йортобоҙҙо, баш ҡалабыҙҙы ҡыҫҡа арала тәртипкә килтерергә кәрәк, ә 60-сы йылдарҙағы идара системаһынан сыға алмаған Хөкүмәт был эште башҡарыуға һәләтһеҙлеген күрһәткән. Президент фекеренсә, башҡарма власть яңыса фекерле, берҙәм, эшлекле, бер маҡсатҡа – кешеләрҙең тормош кимәлен яҡшыртыуға йүнәлгән булырға тейеш. Ябай халыҡҡа Хөкүмәттә ниндәй хәл, ниндәй аңлашылмаусанлыҡ булыуы бик мөһим түгел, ә лайыҡлы эш хаҡы, торлағы, мул тормошта йәшәүе мөһим, тип һығымта яһаны Рөстәм Хәмитов.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Вернуться назад