Башҡортостанда муниципаль һайлау кампанияһына ярашлы урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү дауам итә. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев брифингта хәбәр итеүенсә, 7 авгусҡа 296 кандидат күрһәтелгән, шуларҙың 295-е — муниципаль район Советтарына.
Урындарҙа был һайлауға ҡыҙыҡһыныу ғәйәт ҙур. Депутат мандаттары өсөн көрәш көсөргәнешле булмаҡсы. Балаҡатай районында 15 мандатҡа 30 кандидат дәғүә итә. Шуларҙың яртыһы тиерлек “Берҙәм Рәсәй” партияһынан күрһәтелгән. Дүртөйлө районында 19 мандат өсөн 40 кандидат көрәшмәксе. Уларҙың 19-ы — “Берҙәм Рәсәй”, икәүһе — Рәсәй Коммунистар партияһы ағзаһы. Кушнаренко районында 18 мандатҡа — 41 кандидат, шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй”ҙән — 18, Коммунистар партияһынан өс вәкил дәғүә итә. Хәйбуллала 28 кеше 18 мандат өсөн алышасаҡ.
Кандидаттар араһында үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр ҙә байтаҡ. 296 дәғүәсе араһында ундайҙар — 172 кеше. “Берҙәм Рәсәй” һәм Рәсәйҙең Коммунистар партияһы төрлө райондарға һайлауға 124 кандидат тәҡдим иткән. Башҡа партиялар был һайлау кампанияһында әллә ни әүҙемлек күрһәтмәй. Әле ҡайһы бер төбәк бүлексәләрендә кандидаттарҙы күрһәтеү буйынса конференциялар үтә. Әйткәндәй, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн республикала 16 сәйәси партияның төбәк бүлексәһе һәм 43 йәмәғәт ойошмаһы үҙ кандидаттарын күрһәтеү хоҡуғына эйә.
Төрлө райондарҙа был эш, урындағы матбуғатта территориаль һайлау комиссияларының һайлауҙы үткәреү тураһындағы ҡарарҙары баҫылып сығыуға ҡарап, төрлө ваҡытта тамамлана. Мәҫәлән, Кушнаренко районында кандидаттар күрһәтеүҙең һуңғы көнө — 7 август, Йылайыр, Илеш, Стәрлетамаҡ райондарында — 16, Краснокама һәм Нуриманда — 17, башҡа райондарҙа — 18 август.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 14 октябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала 54 муниципаль район Советына депутаттар һайланасаҡ, еңеүселәр 908 мандатҡа эйә буласаҡ. Бынан тыш, Белорет районында 14 ауыл биләмәһе Советына һайлау үтәсәк, 137 депутат мандатының яҙмышы хәл ителәсәк. Дүртөйлө ҡалаһында бер мандатлы 20 округ буйынса муниципаль район Советына һайлау уҙғарыласаҡ. Ошо уҡ көнгә 27 муниципаль районда ауыл биләмәһе Советтары депутаттарын һәм Туймазы ҡала Советы депутатын өҫтәмә һайлау тәғәйенләнде. Һайлау бер мандатлы һайлау округтары буйынса үтәсәк.
В. ҒӘФҮРОВ.