Аббас Ғәлләмов: “Президент Хөкүмәттең эше өсөн яуаплылыҡты бөтә тулылығында үҙ иңенә ала”08.08.2012
Хәбәр итеүебеҙсә, 6 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә бурыстар ҡайтанан бүленде. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Аппаратына идара итеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмов Башҡортостан “Юлдаш” каналында “На самом деле” тапшырыуында бындай аңлатма бирҙе.

— Ғәмәлдәге структураны үҙгәртеп ҡороу уның һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн кәрәк, — тине Аббас Ғәлләмов. — Азамат Илембәтов Премьер-министр вазифаһында ҡала — ул Президент күрһәтмәләренең үтәлешен, шулай уҡ сәнәғәт мәсьәләләрен көйләйәсәк.
Донъя иҡтисадында хәлдең насарайыуы, шулай уҡ төбәктәге структур реформа һөҙөмтәләренең ҡәнәғәтләндермәүе, Аббас Ғәлләмовтың фекеренсә, ошондай ҡарар ҡабул итеүгә сәбәпсе булған. 2015 йылдың йәйендә Башҡортостанда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының саммиты үтәсәк. Әлегә тиклем ул Рәсәйҙә өс тапҡыр ғына уҙғарылған. Тимәк, тиҙҙән Өфө бер нисә көнгә донъя сәйәсәте үҙәгенә әүереләсәк. Ошоға тиклем төбәктә ҙур күләмле эш башҡарыу бурысы ҡуйыла. Уны башҡарма власть органдары көйләйәсәк.
— Хөкүмәткә оператив идараны үҙ иңенә алып, республика Президенты Хөкүмәт ҡарарҙарын көн дә үҙе ҡабул итәсәк, — тине Аббас Ғәлләмов. — Элегерәк министрҙар үҙаллы башҡарған эш хәҙер Президент күҙәтеүендә тормошҡа ашырыласаҡ. Ҡарар ҡануниәткә ҡаршы килмәй. Президент башҡарма аппаратҡа етәкселек итеү хоҡуғына эйә. Ошо рәүешле ул Хөкүмәттең эше өсөн яуаплылыҡты бөтә тулылығында үҙ иңенә ала.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад