Башҡортостанда — “Швеция көндәре”08.08.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 5 — 9 сентябрҙә республикабыҙҙа Швеция Короллеге көндәрен үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда Швеция көндәре тәүгә үтә. Уның маҡсаты — республика менән Швеция компаниялары араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу, мәҙәни-белем биреү хеҙмәттәшлеген киңәйтеү, Швецияның иҡтисади, мәҙәни өлкәләрҙәге, сәнғәт, мәғариф һәм туризмдағы һуңғы ҡаҙаныштары менән танышыу. Сараны Швецияның Рәсәйҙәге илселеге, ошо дәүләттең Сауҙа советы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора.
Өфөгә Швеция делегацияһының килеүе көтөлә. Уның составына илселек хеҙмәткәрҙәре, төп компаниялар вәкилдәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, рестораторҙар һәм ди-джейҙар инәсәк. Сара барышында Швецияға виза биреүсе үҙәк асыу күҙаллана.
5 — 12 сентябрҙә “Родина” кинотеатрында “Швеция киноһы аҙналығы” үтәсәк. Тамашасылар төрлө жанрҙағы нәфис фильмдар ҡараясаҡ. Башҡорт дәүләт университетында Швеция тарихы һәм мәҙәниәте буйынса лекция уҡыясаҡтар. 7 — 9 сентябрҙә “МЕГА” сауҙа үҙәгендә лә “Швеция көндәре” уҙғарыласаҡ. Өфө клубтарының береһендә ди-джейҙар оҫталығын күрһәтәсәк.
Бынан тыш, 7 сентябрҙә Өфөлә ҡалаларҙы тотороҡло үҫтереү концепцияһына арналған SymbioCity семинары ойошторола. Унда ҡалаларҙы инфраструктура йәһәтенән комплекслы үҙләштереү, энергияны һаҡлау, уның һөҙөмтәлелеген арттырыу, биоэнергетика һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре тикшереләсәк. Семинарҙа ошо өлкәләрҙә күптән эшләгән Швеция компаниялары тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад