“Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзине тураһында”ғы һәм “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе, хаҡында”ғы Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы республика Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда быйылғы II кварталда айына уртаса йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнде. Был күрһәткес халыҡтың йән башына — 5558 һум, эшкә һәләтле кешеләр өсөн — 5940, пенсионерҙарға — 4526, балаларға 5454 һум тәшкил итә.
Г. ХӘБИРОВ.