Рөстәм Хәмитов: "Хөкүмәт йыйнаҡ, заманса, динамикалы булырға тейеш"07.08.2012
6 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың башҡарма власына етәкселек итеүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алды – был хаҡта ҡарар Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде.

Рөстәм Зәки улы Башҡортостан Хөкүмәтенә оператив, даими, көндәлек идара итәсәген белдерҙе. Ҡарарҙың бер нисә сәбәбе бар, ошо иҫәпкә донъялағы иҡтисади хәлдең киҫкенләшеүен, бының Рәсәйҙә лә сағылыш табыуын, шулай уҡ республиканың етәкселек аппаратында кире күренештәрҙең артыуын индерергә була. Башҡортостан Президенты Хөкүмәт эшендә әүҙемлек һәм фекерләү йылдамлығы етмәгәнлекте лә билдәләп үтте.
– Хөкүмәт йыйнаҡ, заманса, динамикалы булырға тейеш, – тине республика етәксеһе. – Шулай уҡ был үҙгәреш – Башҡортостанда дәүләт идаралығын реформалауҙың тәүге этабы ла.
Яңылыҡтарға ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вәкәләттәренә республика Президенты йөкмәткән бурыстарҙың үтәлешен контролдә тотоу, Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының, Тарифтар буйынса дәүләт комитетының эшмәкәрлеген координациялау инә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған Указ нигеҙендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһы индерелде, уға Рәүеф Ноғоманов тәғәйенләнде. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһның һәм БРИКС илдәренең бер нисә йылдан Өфөлә уҙғарыласаҡ халыҡ-ара саммиттарын үткәреүгә әҙерлек эштәре, шулай уҡ төҙөлөш һәм транспорт мәсьәләләре буйынса яуаплылыҡ ошо беренсе вице-премьерға йөкмәтелә. Сергей Афонин әүәлгесә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы өсөн яуаплы булһа, Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдиновҡа Башҡортостандың Мәғариф министрлығы эшмәкәрлеген координациялау бурысы өҫтәлде.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад