Мираҫҡа дәғүә04.08.2012
“Улым менән ҡартайған ҡәйнәмдең өйөндә йәшәйбеҙ, уны ҡарайбыҙ. Ирем үлгәндән һуң, уның яҡындары ҡалманы. Мираҫ хоҡуғына дәғүә итә аламмы?”
— Юҡ, һеҙ тәү сираттағы мираҫсылар рәтенә инә алмайһығыҙ. Улы мираҫсы була алыр ине, әммә ул мираҫ асылғанға ҡәҙәр үлеп ҡалған. Гражданлыҡ кодексының 1146-сы статьяһына ярашлы, мираҫтың өлөшө, закон буйынса, уның вариҫына, йәғни улына күсә. Шулай итеп, ҡәйнәнең мөлкәт хужаһы уның ейәне, йәғни һеҙҙең улығыҙ була.
* * *
“Ирем менән бергә йәшәгән саҡта алған фатирҙы ул мәрхүм булғас хосусилаштырҙым. Иптәшемдең һеңлекәше уның ниндәйҙер өлөшөнә дәғүә итә аламы?”
— Юҡ, был осраҡта үлгән ирегеҙҙең яҡындары, туғандарының ундай хоҡуғы нигеҙһеҙ. Иптәшегеҙ хосусилаштырыуҙа ла ҡатнашмаған, фатирға өлөшләтә лә дәғүә итерлек мираҫы ҡалмаған, шуның өсөн фатир мираҫ бәхәсе объекты ла була алмай.
* * *
“17 йыл хеҙмәт стажым бар. Ғаиләлә биш бала, икәүһе иремдең тәүге ғаиләһенән. Ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыға аламмы?”
— Юҡ. Бындай хоҡуҡҡа бары биш һәм унан күберәк бала табып, 8 йәшкә тиклем үҫтергән һәм 15 йыл хеҙмәт стажы булған ҡатындар ғына хаҡлы. Уллыҡҡа алынған балалар иҫәпкә алынмай.