Аҡсаны бөгөндән һанай башларға кәрәк03.08.2012
Донъя иҡтисадындағы кире күренештәрҙең беҙҙең иҡтисадҡа йоғонтоһо, һис шикһеҙ, буласаҡ, шуға күрә төбәктәге тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыу – икеләтә әһәмиәтле бурыс. Был иһә предприятиеларыбыҙҙың өҙлөкһөҙ һәм табышлы эшләүенә, улар тарафынан һалымдарҙың үҙ ваҡытында күсерелеүенә бәйле. Хөкүмәттә республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселек иткән ултырышта тап ошо турала һүҙ барҙы.

Бөгөн бик күптәрҙең яҙмышы республика бюджетының тулылығына бәйле. Юлдарҙың төҙөклөгө, дауаханаларҙың, мәктәптәрҙең ваҡытында кәрәкле йыһаз-ҡорамалдар менән тәьмин ителеше, уларҙың финанс йәһәттән яҡланған һәм һаҡланған булыуы, меңдәрсә кешенең ваҡытында эш хаҡын алыу-алмауы – был бөтәһенә лә күренеп торғандың башы ғына. Быларҙан тыш тағы ла меңәрләгән йөкләмә һалынған республика ҡаҙнаһына.
Быйыл мартта республика башлығы дәүләт учреждениеларының эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген тикшерергә һәм уларҙы ҡулайлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡайны. Ни тиһәң дә, ҡаҙна аҡсаһы кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә әләф-тәләф ителергә тейеш түгел. Европа илдәрен ялмап алған көрсөк быны тағы бер ҡабат раҫлай. Баҡтиһәң, Рәсәйҙә ун мең кешегә 12 мең ярым дәүләт учреждениеһы тура килһә, Волга буйы федераль округында – 13 мең ярым, беҙҙә иһә – 14 меңгә яҡын. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең һаны саманан артып китеүе сәбәпле, бөгөн сығымдарҙың 30 проценты тирәһе һөҙөмтәһеҙ тип табылған.
Тәүге алты айҙа ҡаҙнаның нисек тулыланыуы тураһында Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина хәбәр итте. Бюджетҡа 58,9 миллиард һум күләмендә табыш кергән. Һалым йыйыу буйынса беҙ Рәсәйҙә – 51-се, ә Волга буйы федераль округында 12-се урында икән.
– Республика әлегә бер күрһәткес буйынса ла финанс хәлен насарайтманы. Улай ғына ла түгел, тәүге ярты йыллыҡты 5 миллиард һум профицит (ҡулланылмай ҡалған аҡса күләме) менән тамамланыҡ. Шулай ҙа бөгөн сығымдар табышҡа ҡарағанда тиҙерәк үҫә һәм йыл аҙағына бюджетта 5 миллиард һум күләмендә дефицит барлыҡҡа килеү ихтималлығы юҡ түгел. Быға юл ҡуйырға ярамай, – тип киҫәтте Президент.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад