Юрист кәңәштәре03.08.2012
Дуҫтар! Үҙегеҙҙе борсоған төрлө хоҡуҡи мәсьәлә буйынса гәзитебеҙ аша билдәле юрист Таһир Мансуровҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бының өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Йөклө булғас, түләнергә тейеш

— Ҡыҙым III курста уҡып йөрөй ине, яңыраҡ ауырға ҡалды һәм оҙаҡламай бала табырға тейеш. Ире юҡ. Юғары уҡыу йорто студентҡа йөклөлөк буйынса пособие түләргә тейешме? Шуныһын да өҫтәргә кәрәк: ҡыҙымдың белем алыуы түләүле.
Валентина,
Архангел районы.


— “Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары тураһында” 1995 йылдың 19 майында сыҡҡан 81-се Федераль законға һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының 2009 йылда раҫланған “Балалары булған граждандарға дәүләт пособиеларын билдәләү шарттары һәм түләү тәртибе”нә ярашлы, башланғыс һөнәри, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында, юғары уҡыу йортонан һуң һөнәри белем алыу учреждениеһында көндөҙгө бүлектә түләүһеҙ йәки түләүле нигеҙҙә уҡыусы ҡатын-ҡыҙ йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие алырға хоҡуҡлы. Ул ауырлы ҡатынға белем алған урыны буйынса бала тапҡанға тиклемге 70 һәм тапҡандан һуңғы 70 көн өсөн түләнә. Уны алыу өсөн медицина учреждениеһынан билдәләнгән формалағы белешмә ҡағыҙы кәрәк. Аҡса федераль бюджеттан һәм төбәк ҡаҙнаһынан түләнә, уҡыу йорттарына ошо маҡсатҡа махсус ебәрелә.
Шуға күрә һеҙгә борсолмаҫҡа мөмкин. Ҡыҙығыҙ, түләүле нигеҙҙә уҡыһа ла, тәғәйен пособиены алырға тейеш.

Стипендияһынан өлөш сығарһын

— Улым — студент. Яңыраҡ белеп ҡалыуымса, унан бер ҡыҙ бала тапҡан. Өйләнешмәнеләр, әммә бала барыбер улымдыҡы бит. Хәҙер алимент түләтеү өсөн уны судҡа бирергә йыйыналар. Улымдың эш урыны юҡ, берҙән-бер килем сығанағы — стипендия. Ул ниндәй аҡса түләргә тейеш булып сыға?
Асия, Благовещен ҡалаһы.


— Әгәр студент ниндәйҙер нигеҙҙә ай һайын аҡса алып тора икән, алиментты шуның иҫәбенән түләргә тейеш. Бер ниндәй ҙә килеме булмаһа, стипендия ла алмаһа, уның Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡының 25 проценты күләмендә бурысы йыйылып барасаҡ. Һеҙҙең осраҡта улығыҙ стипендияһының дүрттән бер өлөшөн алимент итеп түләргә тейеш.
Алимент түләргә бурыслылар уны алыусылар менән Рәсәй Ғаилә кодексының 99-сы статьяһы нигеҙендә килешеү төҙөй ала. Был документты нотариуста теркәтергә кәрәк, һәм ул башҡарыу көсөнә эйә буласаҡ. Килешеүҙә түләүҙең күләме, тәртибе һәм ысулы яҙыла, уны ике яҡ бергәләп хәл итә (Рәсәй Ғаилә кодексының 103-сө статьяһы, 1-се пункты).
Алиментты эш хаҡының бер өлөшө булараҡ ай һайын йәки, мәҫәлән, балаға мөлкәт биреү юлы менән түләргә лә мөмкин. Төрлө ысулдарҙы бергә ҡушырға ла була. Әгәр үҙ-ара килешә алмаһағыҙ, хоҡуҡ һаҡсыларына бирелгән ғариза нигеҙендә эш судта ҡараласаҡ һәм уның ҡарарын башҡарыу менән суд приставтары йәки эшләгән (уҡыған) урын буйынса бухгалтерия шөғөлләнәсәк.


Вернуться назад