Яҡшы белгестәр әҙерләү өсөн уҡыу йорттары менән ойошма, предприятиелар араһында бәйләнеш булдырыу мөһимлеге көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә бара. Ике яҡлы хеҙмәттәшлектең төрлө юлдары эҙләнә һәм тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, 1 сентябрҙә БДУ-ның иҡтисад факультетында “Банк хеҙмәте” кафедраһы асыла, ошондай уҡ программа буйынса магистрҙар әҙерләнә башлай. Был эш БДУ менән Башҡортостандың Кредит ойошмалары ассоциацияһы араһындағы килешеү нигеҙендә башҡарыла.
Хеҙмәттәшлектең төп маҡсаты — республиканың кредит ойошмалары өсөн белгестәр әҙерләү, банк эшмәкәрлегенең сифатын күтәреүҙә юғары уҡыу йортоноң фәнни мөмкинлектәрен файҙаланыу. БДУ ректоры Әхәт Мостафиндың әйтеүенсә, ике яҡлы бәйләнеш тәү сиратта иҡтисад белгестәрен әҙерләү эшенә яңы һулыш бирәсәк. Был университет ҡына түгел, бөтөн банк берләшмәһе, республика өсөн файҙалы буласаҡ.
Махсуслаштырылған кафедраға Кредит ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры Эльдар Кәримов етәкселек итәсәк. Студенттар, магистрҙар төбәктең иң алдынғы кредит ойошмаларында практика үтә ала. Был банктар өсөн дә отошло — уларға үҙҙәренә кәрәкле йәш белгестәрҙе һайлау мөмкинлеге асыла.
“Банк хеҙмәте” магистрҙар программаһы иһә Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәновтың етәкселегендә эшләйәсәк. Рөстәм Хәбиб улының фекеренсә, ике яҡлы хеҙмәттәшлек ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн дә файҙалы булмаҡсы — әле банк системаһы быға ҙур ихтыяж кисерә.
Магистрҙарға белем биреүҙә юғары уҡыу йорто уҡытыусылары ғына түгел, республика банктарының тәжрибәле хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашасаҡ, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Д. ИШМОРАТОВА.