Коррупцияға кәртә ҡуйыла01.08.2012
Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре июлдә республикалағы ике норматив хоҡуҡ актында коррупция факторҙарын асыҡланы. Ике документ та кешегә хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн артыҡ юғары талаптар ҡуя.

Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәүге ярты йыллыҡта идаралыҡ норматив хоҡуҡ акттарына 564 һығымта әҙерләгән. Шуларҙың 13-өндә коррупция факторҙары билдәләнә.
Ғинуарҙан алып июнгә тиклем идаралыҡ һығымталары нигеҙендә һигеҙ документтағы етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Әле Башҡортостандың 22 норматив хоҡуҡ актында коррупция күренештәре сағылыш таба.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад