Хәйриә эшмәкәрлеге көйләнәсәк31.07.2012
Республикала хәйриә эшмәкәрлеге тураһындағы закон проектын йәмәғәтселек тарафынан тикшереү дауам итә. “Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Закон проекты беренсе уҡыуҙы үтте.

Закон проекты менән ошондай ойошмаларға дәүләт ярҙамының хоҡуҡи нигеҙҙәре, принциптары билдәләнә. Шулай уҡ бындай ярҙам күрһәтеү өсөн нигеҙ булған эшмәкәрлек төрҙәре һанап үтелә. Проектҡа ярашлы, был исемлеккә граждандарҙы социаль яҡлау, стихия ҡазаларында, экологик, техноген һәм башҡа фажиғәләрҙә зыян күргәндәргә ярҙамлашыу, ошондай хәлдәрҙе еңеп сығыуға булышлыҡ итеү, хайуандар донъяһын һәм тирә-яҡ мөхитте, тарихи, мәҙәни объекттарҙы һәм биләмәләрҙе һаҡлау, бушлай йәки льготалы юридик ярҙам, хәйриә һәм башҡа эшмәкәрлек төрҙәре индерелгән.
Тәҡдимдәр Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың блогында ҡабул ителә.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад