Бындай ойошмалар Рәсәйҙә аҙ28.07.2012
Бындай ойошмалар Рәсәйҙә аҙБашҡортостан предприятиелары араһында бөгөн донъя кимәлендә билдәле компаниялар бар. Улар сәнәғәттең төрлө өлкәһенә ҡарай. Шуларҙың береһе – юғары етештереүсәнле быраулау, скважиналарҙы йүнәтеү ҡорамалдары сығарыуға махсуслашҡан “Буринтех” предприятиеһы. Ул быйыл Өфөлә уҙған “Ҙур химия” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә лә ҡатнашты. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ойошманың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Предприятиеның генераль директоры Ғиниәт Ишбаев тәүҙә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең ҡасан барлыҡҡа килеүе, ниндәй йүнәлештә эшләүе тураһында һөйләне, күргәҙмәгә ҡуйылған ҡорамалдар менән таныштырҙы. “Буринтех” – сағыштырмаса йәш ойошма, ул 1999 йылда төҙөлгән. Хәҙерге көндә был предприятие – быраулау ҡорамалдарын эшләү буйынса Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе. Бында бай тәжрибәле, юғары квалификациялы белгестәр тупланған, махсус белемле йәштәр ҙә күп. Заказсыларҙың ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү маҡсатында продукцияның сифатын яҡшыртыу, камиллаштырыу, төрөн арттырыу өҫтөндә даими эш алып барыла. Һөҙөмтәлә ҡаҙаныштар ҙа бар: 2007 йылда ойошма Сәнәғәтселәрҙең һәм эшҡыуарҙарҙың халыҡ-ара конгресының “Алтын ягуар” премияһына, билдәле Швейцария компанияһының “Продукцияның юғары сифаты өсөн” Алтын сертификатына лайыҡ булған. 2009 йылда “Башҡортостандың иң яҡшы сәнәғәт компанияһы” тигән почетлы исем бирелә.
Республика етәксеһе барлыҡ етештереү майҙансыҡтарын ҡараны, эшселәр менән һөйләште.
— Эшегеҙ менән таныштым, барыһы ла оҡшаны миңә: заманса ҡорамалдар, әҙер продукция, хеҙмәт кәйефе. Ысынлап та, бындай сәнәғәт ойошмалары Рәсәйҙә аҙ, һеҙ – башҡаларға өлгө, – тине Президент. – Бөгөнгө тотороҡһоҙ иҡтисад шарттарында шундай уңышҡа өлгәшеү, әлбиттә, ныҡышмалы хеҙмәт талап итә. Хәҙер инде компанияның донъя кимәлендә беренсе урынға сығыуы өсөн тырышайыҡ.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Вернуться назад