Бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ28.07.2012
Дондағы Ростовта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев ике төбәк хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

1999 йылда төҙөлгән әүәлге килешеү күп йәһәттән иҫкергән. Төбәк-ара хеҙмәттәшлектә яңы бурыстар һәм мөмкинлектәр барлыҡҡа килгән. Билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яҡтар урта оҙайлыҡтағы ваҡытҡа килешеүҙе тормошҡа ашырыу саралары программаһын эшләү һәм уға аныҡ проекттар индереү хаҡында һөйләште.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе — ауыл хужалығы машиналары эшләү.
— Башҡортостандағы 4 мең комбайндың 3 меңе “Ростсельмаш”та эшләнгән. Уларҙы яңыртырға кәрәк. Беҙ ошо компания етештергән машиналарҙы һатып алыу буйынса һөйләшергә килдек, — тине республика Президенты.
— Бер-беребеҙҙән өйрәнерлек уңыштар бар. Килешеү үҙ-ара хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәрендә дауам итәсәк. Башҡортостандың ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларындағы, юғары технологиялар өлкәһендәге эш тәжрибәһен өйрәнәсәкбеҙ, — тине Василий Голубев.
Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ростов өлкәһенә сәфәре барышында күп функциялы үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
— Күптән түгел генә республикабыҙҙа ошондай тәүге үҙәкте астыҡ. Ә Ростов өлкәһендә улар йыл аҙағына тиклем һәр ҡалала буласаҡ. Ошо эштең ойошторолошо ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, — тине Рөстәм Хәмитов.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад