Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Австрия Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Маргот Клестиль-Леффлер менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Сарала шулай уҡ илселектең сауҙа советнигы Дитмар Фелльнер һәм икенсе секретары Флориан Гродер ҡатнашты.
Осрашыуҙа эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу, Австрия менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнешен арттырыу мәсьәләләре тикшерелде. Дипломатик миссия башлығы менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов сит ил инвесторҙарына республикала эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыласағын белдерҙе.
Башҡортостан Президенты, республика Австрия менән юғары технологиялар өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы, тип билдәләне. Республикала Көнбайыш Европа илдәрендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ заманса эшләнмәләр бар. Атап әйткәндә, медицина һәм автомобиль сәнәғәте өсөн үҙенсәлекле станоктар сығарыу хаҡында һүҙ бара.
— Әле беҙ инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән эш алып барабыҙ. Иң элек юғары технологиялар өлкәһендәге хеҙмәттәшлектең үҫеүен теләйбеҙ. Улар иҫәбенә металл эшкәртеү өсөн өр-яңы электрохимик станоктар сығарыу инә, — тине төбәк башлығы. — Австрия сәнәғәтселәре һәм етештереүселәре беҙгә эшкә килһен өсөн яҡшы шарттар булдырасаҡбыҙ. Административ кәртәләр, бизнесҡа баҫым, бюрократик структуралар йоғонтоһо булмаясаҡ. Быны вәғәҙә итәм.
Маргот Клестиль-Леффлер әйтеүенсә, Австрия менән Башҡортостандың иҡтисад структураһы хаҡында һүҙ алып барһаҡ, бында берлектәге эш, хеҙмәттәшлек өсөн ҡеүәт бик ҙур.
— Беҙҙә юғары технологиялар, туризм өлкәһендә эшләгән фирмалар, компаниялар бихисап. Улар республикаға байтаҡ яңылыҡ килтерер ине. Австрияла урындағы ауыл хужалығы продукцияһы юғары баһалана. Ул Европала иң яҡшы продукция тип әйтһәм һис арттырыу булмаҫ. Минеңсә, ошо юҫыҡта тәжрибә уртаҡлаша алабыҙ, — тине илсе ханым.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.