Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Куба Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хуан Вальдес Фигероа менән осрашыуында ике республика араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм тауар әйләнешен арттырыу, шулай уҡ гуманитар өлкәлә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Президенттың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әңгәмә барышында нефть эшкәртеү, нефть химияһы, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде, шулай уҡ республикалағы медицина хеҙмәткәрҙәренең Кубаның һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында стажировка үтеүе буйынса программа төҙөү мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барҙы.
— Һеҙҙең менән тикшерергә теләгән мәсьәләләр байтаҡ. Иң элек һеҙҙең студенттарҙың Башҡортостанда белем алыуы йәки, киреһенсә, республикабыҙ белгестәрен һеҙҙең илдәге учреждениеларҙа әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Һаулыҡ һаҡлауҙың Кубала яҡшы үҫеүен беләбеҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәренең Кубала стажировка үтеүенә шат булыр инек, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡҡа мөрәжәғәт итеп. — Беҙ Кубаға иген, аҙыҡ-түлек сығара алабыҙ. Экологик яҡтан таҙа һыйыр, һарыҡ, сусҡа ите етештереү өсөн беҙҙә сеймал базаһы бар. Урман сәнәғәте продукцияһы менән дә тәьмин итә алабыҙ. Ошо тармаҡта эшләү өсөн Куба предприятиеларын үҙебеҙгә йәлеп итергә әҙербеҙ.
Нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия өлкәһендә ғилми учреждениеларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
— Институттарҙа, университеттарҙа булдығыҙ. Һеҙгә ошондай тәҡдим яһағандарҙыр. Ҡеүәт ярайһы уҡ юғары, — тине республика башлығы. — Туризм, шифахана-курорт дауалауы өлкәһендә уртаҡ йүнәлештәр бар.
Әле Куба менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр һүлпән үҫешкән. Былтырғы йомғаҡтар буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше 7,5 мең АҠШ доллары тәшкил итә. Хуан Вальдес Фигероа, Куба Рәсәй Федерацияһы менән уңышлы хеҙмәттәшлекте башланы, Башҡортостан менән мөнәсәбәттәр унда мөһим урын биләйәсәк, тип белдерҙе.
— Күптән түгел генә Президентыбыҙ Рауль Кастро Рәсәйгә килде. Ул Владимир Владимирович Путин һәм Дмитрий Анатольевич Медведев менән осрашты. Йүнәлештәрҙе билдәләнек. Уларға, әлбиттә, нефть эшкәртеүгә, медицина хеҙмәттәренә ҡағылған мәсьәләләр һәм башҡалар инә. Башҡортостан менән дә ошондай бәйләнештәрҙе үҫтереүгә өмөт итәбеҙ, — тине илсе.
Куба дипломаты Президентҡа Башҡортостанда белем алған студент Хайме Лопес Гарсиянан бүләк тапшырҙы.
— Был Куба аты “шах” тип атала, “еңеү” тигәнде аңлата. Һеҙҙең менән уртаҡ еңеүебеҙҙе. Бында башҡорт рухы ла сағыла, тип әйтер инем. Студент Башҡортостанда уҡыған йылдарын һағынып иҫкә алыуын белдерҙе, — тине Хуан Вальдес Фигероа.
Л. ДӘҮЛИЕВА.