"Дейеүҙәргә" ҡаршы яңғыҙ көрәшә алмаясаҡбыҙ25.07.2012
– Беҙ бында бөгөн йыйылып киткән көнүҙәк мәсьәләләрҙе көн ҡаҙағына сығарырға, киләсәктә ниндәй йүнәлештә эшләйәсәгебеҙ тураһында һөйләшергә йыйылдыҡ. Эшҡыуарҙарға ярҙамға килә алған хоҡуҡи механизмдарҙы аныҡ билдәләү мөһим, – тине Башҡортостан Президентының инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров республика йүнселдәренең хоҡуғына арналған "түңәрәк өҫтәл"де асып.

Президент Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкиле Борис Титовтың яңы вазифала иң тәүҙә тап Башҡортостанға килеүен юғары баһаланы. Республика башлығы фекеренсә, төбәктә бәләкәй һәм урта бизнестың мәнфәғәтен яҡлау – иң мөһим бурыстарҙың береһе. Ни тиһәң дә, власть органдарында бөгөн дә "ҡулы үҙенә кәкре" булғандар осрай. "Административ кәртәләр кәмеһен, бөтөнләйгә юғалһын өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ", – тине ул. Ә быға өлгәшеү өсөн байтаҡ көс һалырға тура киләсәк. Ни тиһәң дә, бөгөн республиканың власть органдарында алты мең, ә федераль органдарҙа һигеҙ меңдән ашыу кеше эшләй.
Йыш ҡына эшҡыуарҙарҙың үҙҙәре тарафынан закондың боҙолоуын да бөгөн береһе лә инҡар итмәҫ, моғайын. Ҡайһы берәүҙәр "йөнтәҫ ҡуллы" түрәләрҙең ярҙамы менән генә эш алып бара. Рейдерлыҡ алымдары, уңышлы эшләгән предприятиеларҙы законһыҙ банкротлаштырыу һәм башҡалар – иҡтисади енәйәтселектең күҙгә күренеп торған өлөшө генә. Ошондай бысраҡ юлдар менән бер бизнесмендың мөлкәтен арттырып, йөҙәрләгән, хатта меңәрләгән кеше эшһеҙ, аҡсаһыҙ урамда ҡала. Үкенескә ҡаршы, бындай хәлдәр беҙҙең төбәккә лә ят түгел. Улар эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һис тә булышлыҡ итмәй, әлбиттә.
Шулай ҙа Рөстәм Хәмитов фекеренсә, республика эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса дөрөҫ йүнәлештә эшләй. Быны Президент килтергән һандар ҙа раҫлай. Бөгөн эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 460 мең кеше эш урынын тапҡан (илдәге алдынғы ун төбәк иҫәбендә), ә бәләкәй предприятиелар һаны буйынса беҙ Волга буйы федераль округында — беренселәр рәтендә. Эшҡыуарҙарға дәүләт тарафынан ярҙам да һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Мәҫәлән, быйыл ғына йүнселдәргә 215 миллион һумлыҡ субсидия биреү ҡаралған. Төбәктә микрофинанслау яйға һалынған, бизнес-инкубаторҙар, мәғлүмәти-консультацион үҙәктәр уңышлы эшләй. Һуңғы мәлдә тап эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәтен яҡлаусы закондар ҡабул ителде. Ә март айында иһә республика йүнселдәренең хоҡуғы буйынса вәкил барлыҡҡа килде. Һис шикһеҙ, бындай аҙымдар емешен бирә.
Рәсәй эшҡыуарҙарының омбудсмены Борис Титов та быны һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, илгә сеймал бойондороҡлолоҡтан ҡотолоп, иҡтисадты диверсификациялау зарур. Шунһыҙ иҡтисади үҫеште көтөү аҡылһыҙлыҡ буласаҡ. Ә быға тап бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереп кенә өлгәшеп буласаҡ. "Эшҡыуарҙар яҡланған һәм һаҡланған, ә һалымдар уңайлы булырға тейеш", – тине ул. Уныңса, әлегә тап ошолар – төп бурыс.
Борис Титов бөгөнгә 140 мөрәжәғәт килеүе тураһында хәбәр итте. Уларҙы ентекле тикшереү һөҙөмтәһендә биш эшҡыуар тотҡонлоҡтан сығарылған. Вәкил фекеренсә, ысынлап та эшҡыуарҙың хоҡуғы боҙолғанмы-боҙолмағанмы – быны асыҡлау мөһим. Йыш ҡына хоҡуҡ һаҡлаусылар бөгөн теге йәки был яҡты яҡлаусы көскә, йә репрессив аппаратҡа әйләнә. Быны Андрей Назаров килтергән миҫалдар ҙа раҫлай. Мәҫәлән, "Эксперт" журналы үткәргән һорау алыуҙан асыҡланыуынса, Рәсәйҙәге һәр бишенсе эшҡыуар илдән китергә ҡарар иткән, ә һәр икенсеһе киләсәктә бындай аҙымға барыу мөмкинлеген инҡар итмәй. Енәйәти яуаплылыҡ та көнүҙәк мәсьәлә. Һуңғы ун йылда ҡануниәттең камил булмауы һөҙөмтәһендә өс миллионға яҡын эшҡыуар хөкөм ителгән, был дөйөм һандың 40 проценты тигән һүҙ. Ә һуңғы йыл ярымда ғына иҡтисади енәйәттәрҙә ғәйепләнеп хөкөм ителгәндәрҙең һаны 13 мең кешегә еткән.
Әммә Президент фекеренсә, ысын енәйәтсене зыян күреүсенән айырырға кәрәк. Бөгөн һуңғы аҡсаһын илтеп фатирлы булырға теләгән өлөшсөләрҙе алдаусылар, төрлө "пирамидалар" ҡороусы Мавроди кеүектәрҙең урыны — рәшәткә артында. Рейдерлыҡ алымын ҡулланып миллиардлап аҡса эшләүсе енәйәтселәр юҡ түгел. Әммә Борис Титов ҡайһы бер фекерҙәр менән килешеп етмәне.
– Алданған өлөшсөләр артыуында йыш ҡына эшҡыуарҙың ғәйебе булмай сыға. Төҙөүсе күп осраҡта үҙ мөмкинлеген артыҡ юғары баһалауҙа ғына ғәйепле. Ул айҙар, йылдар буйы чиновниктарҙан справкалар йыя, төҙөлөшкә рөхсәт ала алмай йонсой, ә һуңынан ошо сәбәптәр арҡаһында бөтә эше туҡталып ҡала. Беҙ бөгөн генә шундай төҙөүсе менән осраштыҡ, ул һуңғаса өлөшсөләргә аҡсаһын ҡайтарырға тырышҡан. Һуңынан унан 10 миллионлыҡ мөлкәтен тартып алып, миллион ярымға һатып та ебәргәндәр. Ул бынан һуң нисек итеп өлөшсөләргә үҙ бурысын ҡайтара алһын? – тип әсенде омбудсмен.
"Түнәрәк өҫтәл"дә эшҡыуарҙар үҙҙәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны. Улар бер тауыштан бөгөн эшҡыуарлыҡты йәмәғәтселек тарафынан яҡлау зарурлығы тураһында белдерҙе. Сөнки йыш ҡына хоҡуҡ һаҡлаусылар уларҙы "аҡылға ултыртыусы cуҡмарға" әйләнә. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин һөйләүенсә, әгәр эшҡыуарҙар тарафынан 58 меңгә яҡын хоҡуҡ боҙоу асыҡланһа, шуның 56 меңе тап хоҡуҡ һаҡлау структуралары тарафынан асыҡланған. Ә ни бары ике меңе генә зыян күреүселәрҙең үҙҙәренең башланғысы менән асылған. Был да күпкә ишара.
Ҡайһы бер йүнселдәр коррупцияны һәм административ баҫымды нисек еңеп сығыуҙары тураһында башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләк белдерҙе. "Бөгөн бизнесты яфалау буйынса ҡот осҡос "технологиялар" ҡулланыла. Бары ҡурҡмаҫҡа, ҡаршы көрәшергә генә кәрәк. Бының өсөн бөтә законлы юлдар ҙа бар", – тине үҙе ошондай хәл менән осрашҡан эшҡыуарҙарҙың береһе.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе Алексей Щербацкий бөгөн ҡануниәткә ярашлы бәләкәй һәм урта бизнестың йыш ҡына эреһе менән тиң шарттарҙа булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, эшҡыуарға газ ҡаҙанын ҡулланыу өсөн уны 50 мең һумға страховкаларға һәм... уның 3d форматындағы проектын эшләргә кәрәк икән! Ә 3d форматындағы проект юҡ икән, һин эш башлай алмайһың...
– Бөгөнгө йәмғиәтебеҙгә ғәҙеллек етешмәй, күптәребеҙ быны һиҙенә. Бының насар тамамланыуы бар, шуға ла ғәҙеллекте тергеҙеү мөһим. Һуңғы аҡсаһын эшкә һалған йүнсел бер үҙе “дейеүҙәргә” ҡаршы көрәшә алмай, быны һәр кем төшөнә. Шәхсән мин ғәҙеллекте яҡлау өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын... – тине республика башлығы “түңәрәк өҫтәл”дә яңғыраған фекерҙәрҙе йомғаҡлап.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад