Стәрлебаш районы хакимиәтендә үҙгәрештәр25.07.2012
Ошо көндәрҙә Стәрлебаш район Советы ултырышы булды. Унда хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды.

Совет ҡарары менән Фәнил Ҡаҙаҡбаев, үҙ теләге менән отставкаға сығыу сәбәпле, хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатылды.
Депутаттар конкурс һөҙөмтәһе буйынса башлыҡ тәғәйенләнгәнгә тиклем уның вазифаһын ваҡытлыса Вәзир Йәнбирҙинға йөкмәтте.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад