Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлауҙың хоҡуҡи алымдары” тигән “түңәрәк өҫтәл” ултырышында ҡатнашты.
Унда шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов, “Граждан дәрәжәһе” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте президиумы рәйесе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Элла Памфилова, башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Ултырышта эшҡыуарҙарҙың көндәлек эшмәкәрлегендә осраған проблемалар тикшерелде. Шулай уҡ уларҙың милкен һаҡлау алымдары, бәләкәй һәм урта бизнестың эшмәкәрлеген көйләгән ҡануниәтте камиллаштырыу зарурлығы, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институтын үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барҙы.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда “Бизнес коррупцияға ҡаршы” ижтимағи процедуралар үҙәгенең филиалын асыу башланғысы менән сығыш яһаны. Борис Титов ошо үҙәктең рәйестәше булып тора. Бындай ойошма республикала эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса тағы ла бер йоғонтоло сараға әүерелер ине.
Республикала эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 460 меңдән ашыу кеше эшләй. Ошо күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй төбәктәренең тәүге тиҫтәһенә инәбеҙ. Бәләкәй предприятиелар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Былтыр республика “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм бының өсөн яҡшы шарттар булдырыу буйынса Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы төбәге” дипломына лайыҡ булды.
Башҡортостанда эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса төрлө саралар күрелә. Быйыл ошо маҡсатҡа 215 миллион һум субсидия бүлеү ҡарала. Республикала гарантия, лизинг, венчур фондтары эшләй. Уларҙағы активтың дөйөм күләме 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
А. ХӘЛИЛОВ.