Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, эш шарттарын яҡшыртыу һәм хеҙмәттәшлекте яйға һалыу мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡты сәләмләп, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил сифатындағы тәүге сәфәрен республикабыҙҙан башлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Һеҙҙең килеүегеҙ — беҙҙең өсөн иҫтәлекле ваҡиға, — тине Президент. — Күптән түгел генә республикабыҙҙа ла эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ошондай уҡ вәкил вазифаһы булдырылды. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Һеҙ тәҡдим иткән “Бизнес коррупцияға ҡаршы” тезисы беҙҙең өсөн бик мөһим. Эшҡыуарлыҡты яҡлау республикабыҙҙа төп өҫтөнлөктәрҙең береһе булып тора. Эш бик ҡатмарлы. Алға табан яһалған һәр аҙым ҙур сығымдар, тырышлыҡ талап итә.
Борис Титов, үҙ сиратында, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Рәсәй өсөн өр-яңы институт булыуын билдәләне.
— Бындай вазифа барлыҡҡа килеү бик әһәмиәтле, — тине вәкил. — Ил өсөн эш шарттары кәрәк. Диверсификация — иҡтисадыбыҙҙағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Рәсәйҙәге сеймал моделе яңырыу һәм үҫеш талап итә. Беҙ бюджетты тулыландырырыуҙың күп һанлы сығанаҡтарына таянырға тейешбеҙ. Ә бындай сығанаҡтар күп тармаҡлы иҡтисадта ғына барлыҡҡа килә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.