Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 20 июлендәге ҡарары менән “2013 — 2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү” айырым маҡсатлы оҙайлы республика программаһы раҫланды.
Был документ Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү өлкәһендәге ғилми-тикшеренеү эштәрен ойоштороу конкурсында еңеп сыҡҡан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән берлектә эшләнде.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү — төбәк иҡтисадына йоғонто яһаусы мөһим фактор. Ул Башҡортостандағы социаль-иҡтисади үҫештең өҫтөнлөклө йүнәлеше рәүешендә ҡарала.
Программа менән республикала алты йылға эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре билдәләнә. Уның төп маҡсаты — эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең һөҙөмтәле алымдарын табыу, шарттар тыуҙырыу, уның иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә индергән өлөшөн арттырыу.
Әйтергә кәрәк: төбәктәге иҡтисад тармаҡтарында бәләкәй һәм урта бизнес мөһим әһәмиәткә эйә. Халыҡтың барлыҡ социаль төркөмдәре ошондай предприятиеларға йәлеп ителгән. Эшҡыуарлыҡтың үҫеше республика иҡтисадына туранан-тура йоғонто яһай, баҙарҙы тауар һәм хеҙмәттәр менән байытыуға, конкуренцияны үҫтереүгә, яңы эш урындары һәм производстволар ойоштороуға, һалым базаһын туплауға ҙур йоғонто яһай.
Программа эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса әүәлге документтарҙың дауамы булып тора һәм ҡануниәт, финанс, мәғлүмәт, эшҡыуарлыҡҡа ярҙамдың башҡа өлкәләрендәге яңылыҡтарҙы иҫәпкә алып эшләнгән. Бынан тыш, иҡтисадты яңыртыу шарттарында бизнес үҫешенең заманса күрһәткестәре иғтибарға алынды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.