Ошо көндәрҙә Архангел район Советы ултырышында хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды.
Совет ҡарары менән Ғимран Ғәбитов, үҙ теләге менән отставкаға китеүе сәбәпле, хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатылды. Депутаттар конкурс һөҙөмтәләре буйынса хакимиәт башлығы тәғәйенләнгәнгә тиклем уның бурыстарын Александр Комзаловҡа йөкмәтергә ҡарар итте.
А. ХӘЛИЛОВ.