Республикала страховка баҙары көндән-көн үҫешә, шулай ҙа етерлек кимәлдә түгел. Системаны артабан да камиллаштырырға, халыҡта страховка мәҙәниәтен күтәрергә кәрәк. Ошо маҡсатта Башҡортостан Хөкүмәте менән “Ингосстрах” йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов менән “Ингосстрах”тың генераль директоры Александр Григорьев ҡул ҡуйҙы. Хеҙмәттәшлек республика халҡының һәм предприятиеларының мөлкәт һәм финанс мәнфәғәттәрен яҡлауға ҡайтып ҡала. Айырыуса ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау, энергетика һәм сәнәғәт тармаҡтарына иғтибар ҙур буласаҡ. Осрашыу ваҡытында социаль, экология һәм белем биреү проекттары буйынса ла һөйләшеү булды. “Ингосстрах”тың генераль директоры “Асыҡ мөхит” федераль программаһында, “Миллиард ағас” тирә-яҡты яҡлау программаһында ҡатнашыуҙары һәм 2014 йылда Сочи ҡалаһында үтәсәк Олимпия уйындарында партнер булыуҙары тураһында телгә алды.
Ә. ӘЙҮПОВА.