Сараһыҙлыҡ әмәл тыуҙыра24.07.2012
Алтын уртаҡлыҡ табылды

Итәк киҫеп ең булмаҫ, иҫәпләшкән дуҫ булмаҫ, тиҙәр. Ысынлап та, һәр нәмәлә иҫәпләшә башлау Рәсәй менән Украинаның ысын дуҫтар булмауын йәнә бер тапҡыр раҫланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Ялтала украин коллегаһы Виктор Янукович менән осрашҡанда, ике ил араһындағы байтаҡ ҡына сетерекле мәсьәләне хәл итергә уҡталып ҡараны.
Билдәле булыуынса, Украина Рәсәй газына хаҡты төшөртөү яғында. Ә "Газпром" менән "Нафтогаз" араһындағы контрактҡа ярашлы, “зәңгәр яғыулыҡ” хаҡы 2018 йылға тиклем үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш. Украина өсөн газ мәсьәләһе алғы планда торһа, Рәсәй нисек тә Украинаны Таможня союзына индерергә ынтыла. Осрашыу барышында ике мәсьәлә лә хәл ителмәне тип әйтергә була. "Таможня союзына бер ҡаршылығыбыҙ ҙа юҡ, тик был мәсьәләне ныҡлы өйрәнергә кәрәк", — тине Виктор Янукович. Ул Евразия иҡтисади союзына инеүҙән дә итәғәтле генә баш тартты. Был аңлашыла ла. Ни өсөн тигәндә, Украина ла Белоруссияның аҙымын ҡабатлай ҡалһа, Виктор Янукович үҙ илендә сәйәси абруйын юғалтасаҡ. Оппозиция вәкилдәре былай ҙа уны Рәсәйгә "һатылыуҙа" ғәйепләй. Шуға ла ул алтын урталыҡты һаҡларға тырыша.
Рәсәй менән Украинаның биләмәләр буйынса ла бер-береһенә һорауҙары бар ине. Азов диңгеҙе, Керчь боғаҙындағы бәхәсле биләмәләр яҙмышы хәл ителгәндәй булды кеүек. Тузла утрауы тулыһынса Украинаға бирелде. Быға алмашҡа Рәсәй Азов диңгеҙенә иркен сығып йөрөү мөмкинлеген алды. Ә Луганск өлкәһендәге бер тимер юл станцияһының яҙмышы хәл ителмәйенсә ҡалды. Уның ҡарауы Путин менән Янукович ике ил араһында страгетик хеҙмәттәшлек тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйыуға өлгәште. Белгестәр фекеренсә, был документ бик мөһим әһәмиәткә эйә.

Мысыр халҡы Хиллариҙы өнәмәй

Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел генә Яҡын Көнсығыш илдәрендә эш сәфәре менән булып ҡайтҡайны. Үрмәксенән күрмәксе, тиҙәрме, уның артынса тип әйтерлек АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон да ошо төбәккә юлланды. Путиндан айырмалы тәүҙә ул Мысырҙа булды. Хиллари ханымды бик "йылы" ҡаршы алдылар. Меңәрләгән халыҡ уның килеүенә протест белдереп урамға сыҡты. Улар АҠШ-тан илдең эске сәйәсәтенә ҡыҫылмауҙы талап итә. Мысырҙа булып үткән президент һайлауҙарынан һуң власҡа радикаль партия вәкиле Мөхәммәт Мөрси килгәйне. "Туғандаш мосолмандар" партияһы вәкилдәре илдең парламентында ла күпселекте тәшкил итә хәҙер. Ошоларҙан сығып фекер йөрөткәндә, Мөхәммәт Мөрсиҙең дә, уның партияһының да власҡа килеүенә кем тәьмин итеүен тоҫмаллауы ауыр түгел. АҠШ өсөн Хөсни Мөбәрәкте властан алып ташлау бик ҡулай булды. Быға тиклем Мысыр тарихында власта гел генә хәрбиҙәр ултыра ине. Билдәле, АҠШ-тың уларға теше бик үтмәне. Хәҙер килеп хәрби эштән йыраҡ торған Мөрсиҙең хаким булыуы АҠШ-ҡа был илдә үҙ сәйәсәтен бойомға ашырырға мөмкинлек бирә.

Америкала патриоттар бар әле

Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ, тиҙәр. Америка Ҡушма Штаттары халҡы ла үҙ ерҙәренең "дегәнәген" артыҡ күреп, оло ғауға ҡуптарып маташты. Эш шунда: июль аҙағында Лондонда йәйге Олимпия уйындары старт аласаҡ. АҠШ-тың йыйылма командаһына спорт кейемдәрен, баҡһаң, Ҡытайҙа тектергәндәр, имеш. Бәй, осһоҙ булғас тектергәндәрҙер инде, хәҙер бит баҙар иҡтисады заманы, уның нимәһенә аптырайһың, тиеүселәр булды. Шулайын-шулай ҙа ул, ә бына Аҡ йортта улай уйламайҙар икән. АҠШ-тың юғары чиновниктары быны милләттән, үҙ илеңдән көлөү тип баһалай. Бер уйлағанда улар хаҡлы ла кеүек. Ватансыллыҡ тойғоһо булырға тейештер ҙә инде. Үҙ илдәрендә эшһеҙлектең юғары кимәлдә булыуын иҫәпкә алғанда, бигерәк тә. Унан килеп илдең аҡсаһы ла ситкә китә бит әле. Рәсәйҙә иһә уның кеүек "ваҡ-төйәккә" әллә ни иғтибар биреүсе юҡ. Олимпия уйындарына Рәсәй флагы төшөрөлгән кейемдә генә барһындар, уның ҡайҙа тегелеүе мөһим түгел. Әле АҠШ-та бер-береңде битәрләү, етешһеҙлектәрҙе табыу "модала".
Эйе, бында демократтар менән республикалылар бер-береһенең нервыларын ҡапшап ҡарай, түҙемлеген тикшерә. Ноябрҙә үтәсәк президент һайлауҙарына әҙерлек бара бында. Энәнән дә дөйә яһала. Һәр кем үҙ партияһына күберәк мәрәй туплау, үҙ кандидатураһын үткәреү яғында. Ғәмәлдәге ил президенты, демократ Барак Обаманың төп дәғүәсеһе — “Республика” партияһынан Митт Ромни. Уларға йәнә бер дәғүәсе өҫтәлде. Ул — "Йәшелдәр" фирҡәһенән 62 йәшлек Джилл Стайн. Быға тиклем сәйәсәт менән шөғөлләнмәһә лә, ул юғары посҡа үҙ партияһы тарафынан күрһәтелгән. Программаһының төп тезистары — оборонаға киткән сығымдарҙы ҡыҫҡартыу, эшһеҙлекте кәметеү, илдең экологияһын яҡшыртыу. Әлбиттә, һайлауҙа уның еңеп сығыры бик икеле. Ә бына Барак Обаманың тауышын "урлауы" бар. Аҡ йортта ошонан хәүефләнәләр. АҠШ тарихында ошоға оҡшаш ваҡиға булып алғайны инде. 2000 йылда Джордж Буш менән демократ Альберт Гор араһына ла "Йәшелдәр"ҙән берәү килеп ҡыҫылып, һөҙөмтәлә икенсеһенә еңеү өсөн уға бер нисә тауыш ҡына етмәй ҡалғайны. Ноябрҙә ошо тарихтың йәнә ҡабатланыуы ихтимал.

Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?

Үткән аҙнаның тағы бер мөһим ваҡиғаһы — Рәсәйҙең ВТО-ға ағза булып инеүен РФ Дәүләт Думаһында раҫлап ҡуйыу. Дөрөҫ, депутаттар был документ өсөн берҙәм тауыш бирмәне. Тик "Берҙәм Рәсәй" партияһыныҡылар ғына яҡлап сыҡты ВТО-ға инеүҙе. Хәҙер иһә был документ үҙ көсөнә инһен өсөн уға 23 июлгә тиклем ил президенты ҡул ҡуйырға тейеш. Ысынлап та, ВТО-ға ағза булып инеүҙән уңырбыҙмы, туңырбыҙмы? Илебеҙҙә был һорауға аныҡ ҡына яуап биреүсе юҡ. Уның ыңғай һәм кире яҡтарын бизмәнгә һалып үлсәп булмай шул. Белгестәр фекеренсә, ВТО-ға инеүҙән иң башта ауыл хужалығы, машиналар эшләү, еңел сәнәғәт зыян күрәсәк, сөнки, был тәңгәлдә беҙҙең тауар дәғүәселек һәләтенә эйә түгел. Тимәк, тап ошо тармаҡтарҙа эшһеҙлек кимәле тағы артасаҡ. Шуға ла башлыса ауыл хужалығы менән көн күреүсе халҡыбыҙға билде тағы ла ҡыҫып быуырға тура киләсәк.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад