Яңы вәкил эш башлай21.07.2012
Башҡортостан Президенты Указы менән Амур Хәбибуллин Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле итеп тәғәйенләнде.
Хәбибуллин Амур Ғәбиҙулла улы 1974 йылдың 21 авгусында Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1995 йылда Силәбе дәүләт университетының иҡтисад факультетын, 2002 йылда Урал дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай. 1995 йылдан Арғаяш районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһында, унан һуң Арғаяш район хакимиәтендә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге мөдире, маркетинг һәм ҡулланыусылар баҙарын координациялау буйынса комитет рәйесе булып эшләй, “Агропромснаб” йәмғиәтенең генераль директоры итеп һайлана.
2000 йылда иһә депутаттарҙың Арғаяш район йыйылышына депутат итеп һайлана, финанс-бюджет комиссияһына етәкселек итә. 2008 йылдан — Силәбе өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2010 йылдан — Силәбе өлкәһендә Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ярҙамсыһы.