Стәрлетамаҡ район Советының 20 июлдәге ҡарарына ярашлы, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Раэль Рәхмәтуллин тәғәйенләнде.
***
Рәхмәтуллин Раэль Әҙһәм улы 1967 йылда Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Стәрлетамаҡ районындағы “Искра” колхозында эшсе булып башлай. 1992 — 1993 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ районының “Мир” совхозында баш бухгалтер урынбаҫары. 1993 — 1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы буйынса баш һалым инспекторы булып эшләй. 1998 йылдан 1999 йылға тиклем “Хоҡуҡ” йәмғиәте директорының иҡтисад буйынса урынбаҫары, “Дисконт” күсемһеҙ милек агентлығы директоры урынбаҫары була. 1999 — 2005 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ районының милеккә идара итеү комитеты рәйесе. 2006 йылдан 2010 йылға тиклем Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлетамаҡ районы буйынса милеккә идара итеү комитеты рәйесе булып эшләй. 2011 йылдан әлегә тиклем — Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының ер һәм мөлкәт сәйәсәте буйынса урынбаҫары.
Л. ДӘҮЛИЕВА.