Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек сифатлыраҡ21.07.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең магистраль газ үткәргестәре линиялы идаралығы объекттарында булды.

Республика башлығы эргә-тирәләге райондарҙа йәшәүселәрҙе “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеүсе “Уренгой—НовоПсков” маршруты буйынса газ ҡыуҙырыусы компрессор станцияһы эше менән танышты. Аҙаҡ ул Өфө моторҙар етештереү берекмәһе сығарған газ ҡыуҙырыусы ҡоролмалар агрегаттарын ҡышҡы осорҙа файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, мөһим объекттарҙың ышаныслы эшләүен яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралған кәңәшмә үткәрҙе.
Сираттағы эш сәфәре барышында республика башлығының сауҙа нөктәләрендә булып, тауар ассортименты, сифаты менән ҡыҙыҡһыныуы, халыҡтың фекерен өйрәнеүе ғәжәп тойолманы, сөнки беҙ Президенттың “Үҙеңдекен һайла — үҙеңдекен һатып ал” лозунгыһы менән күптән яҡшы танышбыҙ.
Дүртөйлө районының Мәскәү ауылындағы аҙыҡ-түлек магазинында булып, республика башлығы ниндәй тауарҙар һатылыуы, сифаты хаҡында белеште, халыҡ менән аралашты. Уның фекеренсә, сауҙа кәштәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарға ҙур урын бирелергә тейеш, сөнки улар ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлеккә ҡарағанда сифатлыраҡ. “Мин үҙебеҙҙә эшләп сығарылған аҙыҡ-түлек сифаты өсөн борсолмайым, — тине Президент, — әммә башҡа төбәктәрҙән килтерелгән продукция йыш ҡына ҡәнәғәтләндермәй. Өфөлә, Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек сифаты ситтән килтерелгәндәгенән күпкә юғарыраҡ. Беҙгә яҡшы, файҙалы, халыҡ ихтыжын ҡәнәғәтләндерерҙәй тауарҙар кәрәк”.
Динә АРЫҪЛАНОВА.


Вернуться назад