Объекттар ҙа яңыртыла, ураҡ та бара21.07.2012
19 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кушнаренко районында ҡайһы бер социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты һәм ураҡ барышы менән танышты.

Машина-технологик станцияһының “Үҙәк” бүлексәһе баҫыуында республика башлығы уңыш менән ҡыҙыҡһынды. Бында ул гектарынан 17 — 20 центнер тәшкил итә. Эш иртәнге 8-ҙә башлана һәм ҡара төнгәсә дауам итә.
Кушнаренко ауылында Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһын ҡарап сыҡты. Был бүлек капиталь ремонттан һуң быйыл мартта ғына асылды. Ул бер сменала 100 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөш эштәренә республика ҡаҙнаһынан 7 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған.
Район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов шулай уҡ 160 урынлыҡ 4-се “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында булды. Әүәлге мәктәп бинаһы мәктәпкәсә учреждение итеп үҙгәртелгән. Ремонтҡа һәм ҡорамалдар һатып алыуға 6 миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад